Күрәһең, сараға ашҡынып килеүсе кешеләр теләген ишетте тәбиғәт тә: 17 декабрь тыныс, аяҙ, ап-аҡ ҡарлы иртәһе менән тыуҙы һәм көтөп алынған сара үҙ ҡунаҡтарын йыйҙы. Муниципаль ҡала–район мәктәптәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, яҙыусының туғандары – яҡындары, ауылдаштары ла килеп етте. Уларҙың барыһын да бер теләк – Ишембай еренең күренекле шәхесе – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың яҡты исемен үҙе ҡасандыр белем алған Маҡар ауылы мәктәбендә ололап иҫкә алыу берләштерҙе. Бында сираттағы III Мусин уҡыуҙары үтте. 150 йылдан ашыу тарихы булған уҡыу йортоноң уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективы ҙур ҡунаҡтар ҡаршыланы.
Муниципаль райондың бөтә мәктәптәренән дә яҙыусының ижадына, уның яҡты исеменә тоғро балалар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйылды. Байрамды ҙурлап, тәүге ҡарлы бурандарға ҡарамай, килеп еткән Өфө ҡунаҡтары - “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакторы, Н.Мусиндың ҡәләмдәше, яҡташыбыҙ Салауат Ғайса улы Кәримов, 48-се Н.Мусин исемендәге башҡорт гимназияһы вәкиле Аделина Айҙар ҡыҙы Ғәлиева, Ишембай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Ғәфүр улы Солтанморатов, Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены, Рәсәй ҡатын–ҡыҙҙары союзының “Мәҙәниәт илсеһе” иҫтәлекле билдәһе кавалеры, Ишембай ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданины, мәктәптәше Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова, яҙыусының яҡын туғандары, яҡташтары оло шәхестең исемен тергеҙеп, уның ижадын халыҡҡа еткереүсе балалар менән осраштылар.
Ғәжәйеп йылы, күңелдәрҙе иретерлек байрам программаһы йөҙәрләгән кешене берҙәй яҡты хәтирәләр менән солғап алды. Стенанан мөләйем йылмайып ҡарап ултырған яҙыусы һыны һәр кемде үҙенә тартты, уның үҙ геройы Төлкөсура менән осрашыу күренешен сәхнәләштереү күҙҙәргә йәш килтерҙе. Килгән ҡунаҡтарҙың, мәктәптәше Мәрйәм Солтанованың йылы хәтирәләре, ҡәләмдәш шағирә Ғәлиә Кәлимуллинаның, яҙыусының туғандары иҫтәлектәре уҡыусыларҙы тулҡындандырҙы, уларҙа бәйге сәме уятты. Улар дүрт төрлө номинацияла көс һынашып, үҙҙәренең яҙыусы ижадын ихтирам итеүен, уны яҡшы белеүен, әҫәрҙәрен бирелеп уҡыуын күрһәтте. Ятланған өҙөктәр, сәхнәләштереүҙәр аша балалар яҡташ яҙыусы исеменә тоғро, башҡорт теленә, әҙәбиәтенә тәрән бирелгәнлеген күрһәтте, айырыуса, рус телендә белем алған ҡала балалары сығыштары шатландырҙы.
Йөҙгә яҡын башланғыс класс уҡыусыларының яҙыусы әҫәре буйынса һүрәттәр, ҡул эштәре башҡарыуы әҫәрләндерҙе, хатта уларҙы баһалаған жюри рәйесе ҡалабыҙҙың ғына түгел, Башҡортостандың данлыҡлы рәссамы, С.Юлаев премияһы лауреаты Рафаэль Рәшит улы Ҡадыровты тулҡынландырҙы, ул һүрәттәрҙе, презентацияларҙы юғары баһаланы.
“Торатау” гәзите ойошторған викторина ла яҙыусының тормошон, ижадын белеүсе байтаҡ кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырҙы, уның һөҙөмтәһе буйынса ла матур эштәр билдәләнде: викторина еңеүселәре – Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары Фаягөл Әмирханова һәм Ғәлиә Фәйзуллина, үҙенсәлекле яуаптар менән һөйөндөргән Әхмәр мәктәбе уҡытыусыһы Урал Таһиров та бәйге призына лайыҡ булдылар. Барлыҡ бәйге бағыусылары – Ишембай мәғариф идаралығы, Ишембай башҡорттары ҡоролтайы, яҙыусының туғандары, яҡындары бүләктәре менән балаларҙы һөйөндөрҙө, ә яуланған маҡтау ҡағыҙҙары уларға оло ваҡиға тураһында һөйләп торасаҡ. Уҡыусыларҙың сығыштарында ҡала-райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының фиҙаҡәр хеҙмәте сағылыш тапты. Айырыуса, Ҡолғона, Маҡар, Әхмәр, Васильевка, башҡорт гимназияһы, башҡорт кадет корпусы, ҡаланың 3-сө, 5-се, 11-се, 14-се мәктәптәре, махсус училище уҡыусылары оҫталыҡ һәм маһирлыҡ күрһәтте. Ошо уңайҙан уларҙы әҙерләүсе барлыҡ педагогтарға оло рәхмәт белдерге килә. Бәйге, ғөмүмән, дөйөм сара йылы мөнәсәбәттәр, ихлас күңелдән ҡунаҡ итеү, барса килгәндәрҙе ҙурлау менән һуғарылғайны, әйтерһең, яҙыусы беҙҙең менән бергә йөрөнө, бергә һөйөндө, ошо ерҙә тыуған яңы йырҙар ҡолаҡты иркәләне.
Яҙыусының яҡын һеңлеләре сараны үҙендә әҙерләгән Маҡар урта мәктәбе коллективына, уның директоры Гөлнара Рим ҡыҙы Хисмәтуллинаға, ойоштороусыларға, килгән ҡунаҡтарға үҙҙәренең рәхмәтен белдерҙе. Ошо уңайҙан ятланған өҙөк аша Лилиә Шәйехрахман ҡыҙы балаларҙы тыуған ерҙе Ноғман ағай кеүек яратырға, туған телде ҡәҙерләргә саҡырҙы, бәйге еңеүсеһе Яҙгөл Хәйруллинаның сығышы онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Үҙенең йомғаҡлау һүҙендә яҙыусы, журналист яҡташыбыҙ, Н.Мусин ижадына арналған бар бәйгеләр рәйесе Салауат Ғайса улының һоҡланғыс сара тураһындағы фекерҙәре, уҡыусылар ижадын юғары баһалауы бәйгенең мәртәбәһен күтәрҙе. Киләһе Мусин уҡыуҙары үҙенең статусын киңәйтеп, республика кимәленә сыға. Тантаналы рәүештә был эш баш ҡалабыҙҙың Ноғман Мусин исеме бирелгән 48-се башҡорт гимназияһына тапшырылды. III Мусин уҡыуҙары бына шулай йылы хәтирәләр ҡалдырып тамамланды. Маҡар урта мәктәбе һоҡланғыс сара
аша халҡыбыҙҙың яратҡан яҙыусыһы исемен тағы ла бер мәңгеләштерҙе, балалар күңеленә ғорурлыҡ орлоҡтары сәсте, барса ҡатнашыусылар ихтирамын яуланы.
Дамира ТАҺИРОВА фотолары.