Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Декабрь , 16:00

Ноғман Мусиндың тормошо һәм ижады

Хөрмәтле “Торатау” гәзитен уҡыусы, алдырыусы яҡташтар! Гәзитебеҙ биттәрендә халҡыбыҙ яҙмышы, уның матур ҙа, ҡатмарлы ла үткәндәре тураһында йыш ҡына ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле викториналар сыға торғайны. Уларҙы район-ҡалабыҙҙың тормошона, уның үткәненә, шәхестәренә тәрән ихтирам менән ҡараған педагогия хеҙмәте ветераны, остазыбыҙ Фәүзиә Маннан ҡыҙы Аҡҡолова әҙерләй ине Уның яҡты иҫтәлеген яңыртып, ул башлаған матур эште дауам итергә булдыҡ. Бөгөнгө викторина яҡташыбыҙ, С. Юлаев премияһы лауреаты, халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тормошо һәм ижадына бағышлана.

Ноғман Мусиндың тормошо һәм ижады
Ноғман Мусиндың тормошо һәм ижады

Викторина һорауҙары:

1. Ноғман Мусин ҡасан, ҡайҙа тыуған?

2. Әсәһе ҡайһы ауыл ҡыҙы, уның исеме кем?

3. Атаһы ҡайҙа эшләгән? 

4. Ғаиләлә нисә бала, Ноғман Мусин нисәнсе бала булған?

4. Яҙыусының яратҡан миҙгеле, төҫө, ашы ниндәй?

5. Ҡасан, ниндәй урта мәктәпте тамамлай?

6. Нисәнсе йылдарҙа Уҡытыусылар әҙерләү институтында уҡый?

7. Нисәнсе йылдарҙа, ҡайҙа әрме хеҙмәтен үтәй?

8. Яҙыусының ауылдағы яҡын дуҫы кем, Яҙыусылар союзындағы яҡын кешеһе кем?

9.Туған мәктәбенә уның исеме ҡасан бирелә?

10. Яҙыусы ҡасан Өфөгә күсә?

11. Ниндәй гәзит-журналдарҙа эшләй?

10. Уның исеме нисек мәңгеләштерелде?

11. Тыуған ауылында йорт-музейы ҡасан асыла, музейҙың беренсе етәксеһе кем була?

12. Яҙыусының нисә томлыҡ ижады донъя күрҙе?

13. Уның һуңғы яҙылған романы һәм повесы нисек атала?

14. “Мәңгелек урман” романы нисә китаптан тора?

15.“Мәңгелек урман” романында Минзәләнең һөйгән егете кем?

16. Н.Мусиндың трилогияһына ниндәй романдары инә?

17. Был легенда ҡайһы әҫәрҙә һүрәтләнә?

“Боғаҙына әжәл тырнағы йәбешкән хан түҙмгән, баш вәзирен саҡыртып алып: “Барлыҡ халыҡты урман ултыртырға ҡуш, - тигән. Ил ағаһы ошонан аҙаҡ ханға үҙе йылдар буйы һаҡлап йөрөткән йүкә сәскәһен сайҡатып, балан ҡағы ҡушып, мәтрүшкә ҡатыш ҡарағат сәйе эсергән, ҡаҙаяҡ, аҫҡорһаҡ, андыҙ ҡушып бәйләнгән ҡайын миндеген парлап, шуны күкрәгенә ҡуйған да муйыл һәм балан сәскәһен еҫкәткән, һәм ханыбыҙ һин дә мин шәбәйгән дә киткән, ти”.

18. Был диалог ҡайһы әҫәр геройҙары араһында бара?

- Юҡ инде, ......апай, йөгөңдө һис юғында, оло юлға төшкәнсе үҙем алып барып ҡуяйым.

- Кит, юҡты ни. Кешегә бәлә һалып йөрөгәнем юҡ. Бер күтәрһәм, китеп тик барам мин, и-һи-һи...

- Улай тимә, апай. Бынау нәмәләрҙе берәй ышыҡҡа ҡуйып торайым да...

- Эй, изгелекле кешеһең дә инде...

Хоҙайҙың рәхмәте төшкөрө.

19. Зильданың прототибы кем, ул нидәй роман героиняһы?

20. Карамдың улдары кем, уларҙың яҙмыштары ниндәй?

21. Карамдың һеңлеһе кем исемле?

22. Бер әҫәрҙә “йыртҡыс тиреһен” кем һыҙыра?

23. Бер әҫәрҙә “һуңғы солоҡто” кем ауҙара?

24. Тәбиғәткә ҡараштары буйынса ҡапма-ҡаршы торған ике ағай-эне ҡайһы әҫәрҙә сағылдырыла?

25. “Әллә ниндәй кеше һин ....” – тип һүҙен дауам итә Өркиә, - бер ҡараһаң, шул тиклем кешелеклеһең, бер кемгә рәнйетеп һүҙ әйтмәйһең, үҙең әллә ниндәй ҡаты күңеллеһең. Ниңә шулай һин? Берәй саҡ аңлап бөтә алырмынмы икән мин һине?”

Ниндәй әҫәрҙә, ҡайһы геройға ошондай ҡылыҡһырлама бирелә?

26. – Башҡорттоң башҡортҡа шул тиклем хыянат иткәнен үҙ күҙҙәрем менән күргәнем юҡ ине - күрҙем. Ул кеше – бына һин!” – тип һуҡ бармағы менән киң маңлайына төрттө. 

Был һүҙҙәрҙең авторы кем һәм ниндәй әҫәрҙән?

27. “Йәшәү йәме”исемле мәҡәләһендә ниндәй яҡташ яҙыусы тураһында һүҙ алып бара?

28. Яҙыусының туған тел тураһында уйланыуҙары ҡасан, ҡайҙа тыуа?

29. “Атайымдың ос һәнәге” хикәйәһендә һәнәкте ҡотҡарыусы малай кем исемле?

30. Ниндәй ике романы руссаға тәржемә ителә һәм С. Юлаев премияһына лайыҡ була?

Викторина һорауҙарына яуаптар 16 декабргә тиклем ҡабул ителә. Уларҙы [email protected] электрон адресына ебәрергә йәки редакцияға (Совет урамы, 88) алып килергә кәрәк. Еңеүсене яҡшы приз көтә. Уңыштар теләйбеҙ!

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас: