Түрйән Ғатиәт улы республика күләмендә ойошторолған ярыш-конкурстарҙа ҡатнашыуға, районда коллективтар эҙерләү буйынса ҙур көс һала. Ҡайҙа ғына сығыш яһамай - һәр ваҡыт урындар алып, бүләктәр менән ҡайта.
Ул 90-дан ашыу йыр ижад итә. Шуларҙың 40-ҡа яҡыны башҡа шағирҙар һүҙҙәренә булһа, инде ҡалғандарына үҙе яҙа. Уның йырҙарында тыуған яғыбыҙ тәбиғәте, муллығы, ауылыбыҙ эшсәндәре, Ватан һуғышы ветерандарына дан яңғырай. Үҙе яҙған йырҙарын концерттарҙа, һабантуйҙарҙа, “Оло йәштәгеләр” көнөнә арналған кисәләрҙә, беҙҙең өсөн иң изге байрам - Еңеү көнөндә ҙур ихласлыҡ менән йырлай торғайны.
Мәҙәниәт йортонда фольклор сығыштары әҙерләүҙә беҙгә үҙенең кәңәштәре менән генә түгел, үҙе лә ҙур илһам алып ҡатнашты. Уның уйнаған аккордеон тауышы- моңдары һәр ваҡыт кисәбеҙҙең сығыштарын йәмләп торҙо. Түрйән Ғәтиәт улының һөйләгән һүҙҙәре, кәңәштәре, йылмайып тороуҙары, күкрәк киреп йырлап тороуҙары яҡты маяҡ булып торор...
Ошо кисәлә уның тормош юлын байҡап, яҙған йырын йырлап, хәтирәләр менән уртаҡлаштыҡ. Уның яратҡан “Наза” бейеүен дә бейеп алдыҡ.
Ауылдашыбыҙ Түрйән Ғәтиәт улының йыр-моңдары беҙҙең күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр!