Мәҙәниәт
12 Ноябрь 2024, 10:00

Һуңлап ҡуймаһаҡ ине....

.

Һуңлап ҡуймаһаҡ ине....Һуңлап ҡуймаһаҡ ине....
Һуңлап ҡуймаһаҡ ине....

Көн артынан көндәр үтә,
Һағыштар борсой мине.
Хаталарымды аңларға
Һуңлап ҡуймаһам ине…

Уйламай һүҙҙәр әйтәбеҙ,
Рәнйеткәнмендер кемде…
Унан ғәфү үтенергә
Һуңлап ҡуймаһам ине…

Иң ҡәҙерле яҡындарым-
Бер туғандарым минең.
Яратҡанымды әйтергә
Һуңлап ҡуймаһам ине…

Эй ышанысһыҙ донъялар,
Уйҙар борсой күңелде.
Кисерергә, ҡәҙерләргә
Һуңлап ҡуймаһаҡ ине...


Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Фирүзә Абдуллина
Читайте нас