Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ноябрь , 22:50

Ауыл хәбәрҙәре

Бөгөн Кинйәбулат ауылының мәктәпкәсә төркөмөндә бик күңелле, фәһемле сара уҙҙы. Балаларға ҡунаҡҡа ағинәйҙәр килде.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Улар кескәйҙәргә үҙҙәре теккән яулыҡ, түшелдеректәр күрһәтте һәм башҡа милли кейемдәр менән таныштырып үтте.

Ниндәй осрашыу уйын, йырһыҙ булһын ти? Әлбиттә, балалар үҙебеҙҙең милли уйындарыбыҙҙы уйнап күңел асты. Бигерәк тә уларға яулыҡ йәшереү, тирмә, һабантуй уйындары хуш килде. Күстәнәсһеҙ ҙә ҡалдырманы инәйҙәребеҙ.

 

Фото: https://vk.com/kinzebulat_sch

Автор:Кинйәбулат ауылы мәктәбе.
Читайте нас: