Мәҙәниәт
11 Ноябрь 2024, 10:00

Әсәйҙәргә

.

Яратығыҙ әсәйҙәрегеҙҙе,
Ул һоҡланып һеҙгә ҡараһа.
Нурҙар балҡығанда күҙҙәрендә,
"Балам"-тиеп һиңә йылмайһа.

Яратығыҙ,йәлләмәгеҙ бер үк!
Уға булған,ҡайнар хистәрҙе.
"Балам"- тиеп йәшәй,һәр ваҡытта,
Йоҡлай алмай сыға кистәрен.

Әсәйҙәр бит балалары өсөн,
Барыһында ғәфү итәләр.
Бер -аҙ ғына сирләп китһәктә,
Ваҡыт табып улар киләләр.

Яратығыҙ әсәйҙәрегеҙҙе,
Тере саҡта ҡайтып йөрөгөҙ.
Улар беҙҙең янда мәңге түгел,
Күптәребеҙ хәҙер әсәйһеҙ.


Автор:Фәниә Сыңғыҙова (Мөхәмәтшина)
Читайте нас