Ишембай районы муниципаль район Советы рәйесе Галина Баканова район халҡын һәм ҡунаҡтарын был мөһим байрам менән ихлас ҡотланы. Шулай уҡ ул иң-иңдәргә күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн почет грамоталары тапшырҙы. Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн рәхмәт хаттары менән менән дә бүләкләнде. Ә иң яҡшы уҡыусылар район башлығы стипендияһына сертификат алды.
Сәхнәлә Ватан, Рәсәй һәм мөхәббәт хаҡында йырҙар яңғыраған сағыу музыкаль программа әҙерләнгәйне. Был композициялар тамашасыларҙы Ватаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо менән һуғарҙы.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған байрам концерты тамашасыларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы һәм уларҙа илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Бындай саралар бөйөк Рәсәйҙең киләсәге милләттәребеҙҙең берҙәмлегенә һәм көсөнә бәйле булыуын иҫкә төшөрә.
Автор фотолары һәм видеоһы.