Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Октябрь 2024, 15:00

Ауыл хәбәрҙәре

Был заманда һәр кешегә ҡайтып йығылырлыҡ йылы усаҡ, һыйыныр урын, тыныс мөйөш кәрәк. Ғаилә - ул иң оло таянысыбыҙ, иң ышаныслы һыйыныр урыныбыҙ.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Көнө буйы донъя ҡыуып арыған әҙәм балаһы ғаилә ышығында аҙ ғына булһа ла ял итә, рухи көс һәм дарман йыя, күңел йәрәхәттәрен дауалай.

Ғаилә ул – йылы усаҡ. Ә ата-әсә шул усаҡтың ҡайнар ялҡыны. Бары тик атай-әсәй булғанда ғына ғаилә усағының йылыһы көслө була. Ғаилә усағы йылыраҡ булған һайын дәүләт тә, йәмғиәт тә ныҡ була. Ата-әсә – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө.

26 октябрь көндө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Ғаилә йылы сиктәрендә “Ғаилә - йәшәү усағы” тигән кисә үтте. Унда ике йәш ғаилә – Хафизовтар һәм Гәббәсовтар ҡатнашты. Сара конкурс формаһында үтте.

Ғаиләләр алып барыусы биргән һорауҙарға яуап бирҙе, мәҡәлдәрҙең аҙағын дауам итте.

Ребус, кроссворд систеләр, пазл йыйҙылар, бәрәңге, һуғанды салатҡа турауҙа, ҡаҙаҡ ҡағыуҙа үҙ көстәрен һынанылар. Сара бергәләп сәй эсеү менән тамамланды.

 

Фото: https://vk.com/club137824085

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: