Сараны Кинйәбулат мәктәбе коллективы мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ауылдың ағинәйҙәре менән берлектә ойошторҙо. Кисәлә шағирҙың яҡындары - ҡатыны Хөрмә Мифтахова, ҡыҙы Ғәлиә, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, журналист, яҙыусы, шағир Әхмәр Үтәбай, Рәсәйҙең һәм БАССРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Солтанова, Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шаһиев, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Ауылдың
ағинәйҙәре килгән ҡунаҡтарға “Бәпес тыуыу” йолаһын күрһәтте. Шулай уҡ шағирҙың шиғырҙарына яҙылған “Тамсылар”, “Көҙгө сәскәләр”, “Һағындыра бит ул тыуған яҡ” йырҙары яңғыраны. Сараның икенсе өлөшөндә шиғыр һөйләүселәр һәм йыр йырлаусылар бәйгеһе ойошторолдо. Унда ҡала һәм район мәктәптәренән бөтәһе 35 уҡыусы ҡатнашты. Уҡыусылар тасуири итеп шағирҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәрен һөйләне. Конкурсанттарҙың милли кейемдәрҙә сығыш яһауы сараға тағы ла йәм өҫтәне. Шулай уҡ музыкаль яҡтан биҙәп ижади композиция яһағандар ҙа булды. Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Марсель Ибәтуллин уҡытыусыһы Минира Ҡунаҡҡолова менән «Бесән сабам» шиғырын әҙерләп килгән.
- Мин йәйге каникул ваҡытында атайымдың тыуған ауылы Илсеғолға ҡайтып йөрөйөм. Һәр йыл һайын олатайыма бесән сабырға ярҙам итәм. Был шиғырҙы уҡып ҡарағас та, шунда уҡ күңелемә ятты. Сығыш яһаған мәлдә үҙемде бесәндә йөрөйөм тип хис иттем. Бер аҙ тулҡынландырҙы, әлбиттә. Әммә матур һөйләнем, тип уйлайым. Баһалама ағзалары, залда ултырыусылар барыһы ла миңә ихлас ҡул сапты, - тине үҙ сығышынан ҡәнәғәт ҡалған Марсель.
Сара ҡунаҡтары сағыу һәм талантлы шәхес тураһындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
- Беҙ Риф Фәйзрахман улы менән күрешһәк, һәр саҡ бер-беребеҙҙе ауылдаш, тип сәләмләй инек. Мин үҙем Баймаҡ районының Буранғол ауылынан. Ә уның тәүге атамаһы Кинйәбулат булған. Риф ағай һәр саҡ алсаҡ йөҙлө, көләс булды, шаяртыуға маһир ине. Шул уҡ ваҡытта ул бик етди лә була белде. Һәр ваҡыт Рәшит Назаровты, уның ижадын хөрмәт менән телгә алыр ине. Ул үҙенең ижады менән генә мауығып йәшәмәне. Фажиғәле яҙмышҡа дусар булған Рәшит Назаровтың ижади мираҫын туплап, тәртипкә килтереп, уҡыусыға еткерҙе. Уның өс китабын, ҙур күләмдәге ике томын баҫтырып сығарыуға өлгәште. Шулай изгелек ҡылып йәшәүсе ағайыбыҙ ине, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Әхмәр Үтәбай.
«Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева матур ижади кисәне ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.
- Беҙ, ҡанаҡайҙар, һәр саҡ кинйәбулаттарға һоҡланып һәм көнләшеп йәшәнек. Бар яҡтан да бәхетле бит улар. Ауыл уртаһында шундай матур мәктәп бар, сәнғәт мәктәбе филиалы уңышлы эшләп килә. Заманында ауыл клубтарын гөрләтеп шәп концерттар ҡуя торғайнылар. Спорт ярыштарында ла Кинйәбулат командаһы районда гел беренселекте яуланы. Ағинәйҙәр түңәрәге лә матур эшләп килә, хатта мәктәп бинаһында уларға кабинет биреп ҡуйғандар. Ә был ауылдан сыҡҡан шәхестәре һуң ниндәй! Мин яҡташтарым менән һәр саҡ ғорурланам, гел маҡтап телгә алам. Әле шиғыр бәйгеһен кинәнеп ҡарап ултырҙым. Ҡатнашыусылар араһында рус милләтле уҡыусылар ҙа булды. Ниндәйҙер өндәрҙе дөрөҫ әйтеп бөтөрмәһәләр ҙә, барлыҡ конкурсанттар ҙа шиғыр эсенә үтеп инеп, йөрәктәре аша кисереп, уны тыңлаусыға барлыҡ нескәлектәрендә еткерә алды. Риф ағайыбыҙ үҙе артынан сағыу ижади эҙ ҡалдырҙы. Ошо балаларыбыҙ әҙиптең ижадын өйрәнә икән, тимәк телебеҙ, киләсәгебеҙ бар, - тип белдерҙе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.
Баһалама ағзалары бәйгеселәрҙең шиғырҙы нисек һөйләүҙәрен, артислыҡ һәләттәрен күҙ уңында тотоп, еңеүселәрҙе билдәләне. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Ә конкурстың еңеүсеһе итеп 2-се башҡорт гимназия-интернатынан Яҙгөл Хәйруллина билдәләнде. Йыр номинацияһында Васильевка урта мәктәбенән Лада Михальченко беренсе уырнға лайыҡ булды. Кинйәбулат мәктәбе директоры Шайморат Ғиниәтуллин барлыҡ килгән ҡунаҡтарға, бәйгеселәргә, сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
- Риф ағайыбыҙҙың рухы шатланып торһон. Беҙ уны бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Уның исеме мәктәп стеналарында, ауылыбыҙ йөҙөндә, әҙәби мираҫында мәңге йәшәйәсәк, - тине ул.
Фотолар мәктәп архивынан.