Елембәт ауылының икенсе исеме Шипай. Ҡанаҡай ауылының да икенсе исеме Шипай.
Борон Ҡанаҡай ауылының бер төркөм халҡы иген сәсерлек яңы ерҙәр эҙләп яланлы яҡтарға барып сыҡҡан һәм шул ерҙәрҙе төйәк иткән. Улар үҙҙәрен ялан Шипайы тип, ә Ҡанаҡай Елембәтте урман Шипайы тип йөрөтә башлаған. Һуңынан Елембәт Шипай булып киткән.
Елембәттә лә, Ҡанаҡайҙа ла бер төрлө фамилиялар күп осрай.
Елембәт халҡы беҙҙе бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Мәҙәниәт йорто фольклор коллективының сығышын ҡараныҡ.
Концертҡа халыҡ дәррәү килгәйне. Һәр концерт номеры алҡыштарға күмелде. Концерттан һуң елембәттәр менән сәй өҫтәле артында танышыуҙы дауам иттек. Аҙаҡ иһә уларҙы үҙебеҙгә саҡырып хушлаштыҡ.
Ҡанаҡай мәҙәниәт йортоноң Һәләүек бейеү ансамбле, Ынйылар вокал ансамбле солистарына Урман Шипайҙары "Өфө артистары ары торһон!" тип юғары баһа бирҙе.
Елембәт ауыл советы башлығына беҙҙе ҡаршы алышып, оҙатып ҡалғаны өсөн ҙур рәхмәт!
Беҙҙең нәҫелдәштәр асыҡ күңелле, ҡунаҡсыл, талантлы халыҡ икәнен күреп, белеп ҡайттыҡ. Дуҫлыҡ киләсәктә лә өҙөлмәҫ, тип ышанабыҙ.