Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Октябрь , 15:00

Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!

17 октябрь көндө Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йортонда ауыл китапханаһының 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы матур сара уҙҙы.

Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!
Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!

Байрамды театраллаштырылған тамаша менән әкиәт персонаждары Бесәй Базилио һәм Төлкөбикә Алиса асып ебәрҙе. Артабан уҡыусы балалар китапханаға арналған шиғырҙар һәм Н.Байбулдина һүҙҙәренә яҙылған "Китапхана, рәхмәт һиңә" йырын башҡарҙы.

Ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Әнур Әдһәм улы китапханасыларҙы һәм китап уҡыусыларҙы ҡотлап үтте. Китапхана тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ауылдаштар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Ауыл китапханаһы тарихы менән китапханасы Рәйлә Мөхәрәм ҡыҙы таныштырҙы. Артабан һүҙҙе Рәсәй Федерацияһының мәғәриф алдынғыһы Наилә Минебай ҡыҙы Байбулдина дауам итте. Байрамға оҙаҡ йылдар Үрге Әрмет ауылы китапханаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан китапханасы Рәйсә Харис ҡыҙы Ибәтуллина ла  саҡырылғайны. Ул үҙенең яратҡан шағиры Ә.Атнабаевтың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Китапхананың юбилейы менән ҡотларға Ишембай ҡалаһы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры урынбаҫары Лиана Сатвалова, методика бүлеге мөдире Альмира Аҙнаева, райондың профсоюздар ойошмаһы рәйесе, үҙәк китапханалар системаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Эльвира Мөхәмәтйәнова, китапханалар системаһының профсоюз рәйесе Гүзәл Фәхриева килгәйне. Улар тарафынан төрлө матур теләктәр яңғыраны һәм китапханаға бүләктәр тапшырылды.

Лиана Фаиль ҡыҙы Наталья Анистифорованы - "Иң күп китап уҡыусы", Азалия Сафарованы "Иң йәш китап уҡыусы" номинацияларында ҡотлап үтте. Китапхана тормошонда һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләр, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусы китап уҡыусылар ҙа иғтибар үҙәгендә булды.

Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы. Үрге Әрмет мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар "Тимербай килендәре" тигән шаян бейеүе байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Ринат Байбулдин, Фәрзәнә Ғиззәтуллина, Мәрзия Лутова, Наталья Анистифороваларҙың моңло йырҙары, бейеүсе ҡыҙҙарыбыҙ Алһыу Лутова, Элиза Музафарова, Руфина Байбулдинаның дәртле бейеүҙәре байрамды биҙәп торҙо.

Сара китапханала эшләп килгән Әхирәттәр клубы ағзаларының "Матур баҫа" таҡмағы менән тамамланды.

 

Фото: https://vk.com/armet_biblioteka

Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!
Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!
Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!
Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!
Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!
Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!
Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!
Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!
Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!
Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!
Түбәнге Әрмет китапханаһына - 75 йыл!
Автор:Түбәнге Әрмет ауыл китапханаһы.
Читайте нас: