Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Октябрь , 09:00

Ауыл хәбәрҙәре

Этҡол моделле ауыл китапханаһында уңыш байрамы уҙҙы.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Был сараға Рәйлә Иманғолова йәшелсәләрҙән бик матур күргәҙмә эшләп килтерҙе. "Әхирәттәр" клубы ағзалары икенсе икмәк - картуф тураһында һөйләшеп, унан бешерелгән аш - һыу рецептары менән уртаҡлашты. Ә Шәһиҙә Ғәйфуллина бәрәңгегә бағышлап шиғырын да ижад иткән:

Әле булһа онота алмайым,
Көлдә бешкән бәрәңге тәмен.
Ә еҫтәрен еҫкәп һис туймаҫһың,
Елкендереп күңелдең йәмен.

Кәүҙәләре уның йоп – йоморо,
Әрсегәндә уңай тоторға.
Ә табала ҡыҙартып бешерһәң,
Була телдәреңде йоторға.

Матурлығы уның сәскәһенең,
Тора күҙҙәрҙең яуын алып.
Элегерәк бик бай ҡатын – ҡыҙҙар
Йөрөгәндәр эшләпәгә тағып.

Күпме халыҡты ул алып ҡалған
Һуғыш ваҡытында аслыҡтан.
Серек бәрәңге тип тормағандар,
Ашағандар аҙыҡ юҡлыҡтан.

Алабута, сырмалсыҡтан башҡа
Булманы бит уның дошманы.
Колорада ҡортон алып ҡайтып,
Бына шунда зыян башланды.

Ул ваҡытта иген үҫтергән саҡ,
Әҙ инеме ни шул һаламың?
Үҙ халҡыңа мәшәҡәттәр өҫтәп,
Нишләп сит илдән һуң алаһың?

Ниндәй генә ҡорттар таламаһын.
Бәрәңгебеҙ бер ҙә бирешмәй.
Рәсәй халҡы кеүек һәр саҡ ғорур,
Үҫә дошмандарға баш эймәй.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас: