Тән яраһы уңала ул,
Уңалмай йән яраһы.
Төҙөкләнә һикәлтәләр,
Тигеҙләнмәй һырҙары.
Олоғаям, тимә әле,
Күреп һары япраҡтар.
Көҙҙәрендә ҡабатлана,
Йән йылытыр шат көндәр!
Ҡартайырға ашыҡмасы,
Һин, һаман да йәш - “ҡайын”!.
Бергәләшеп көйләйексе,
Япраҡ моңон, көз йырын.
Буятылған сәстәргә лә,
Яуырҙар ап-аҡ ҡарҙар.
Ғүмер көҙөнә инһәк тә,
Йәшнәп, йәшәр йәйҙәр бар.
Гөлнур Артыҡаева фотоһы.