Мәҙәниәт
26 Сентябрь 2024, 07:30

Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма

25 сентябрҙә ҡаланың 3-сө мәктәбендә «Тирмә» мобиль интерактив музей проектының презентацияһы үтте.

Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротмаТарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма

Был проект Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның авторы - "Булат" тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге" автономлы коммерция булмаған ойошмаһы етәксеһе Айнур Үтәев.

Сараны асыуҙа 3-сө мәктәп директоры, Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы директоры Салауат Солтанморатов, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Айнур Үтәев, мәғариф идаралығының башҡорт теле уҡытыусылары методисы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлнур Аҙнабаева ҡатнашты.

«Тирмә» мобиль интерактив музей проекты сиктәрендә мәктәп уҡыусыларына экскурсиялар, квестар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, милли уйындар, фотосессиялар һәм башҡа саралар ойошторола. Ошонда уҡ милли кейем әҙерләү серҙәренә өйрәнергә мөмкин.

Ишембайҙар иғтибарына: экскурсияға https://vk.com/id23931460 һылтанмаһы аша йәки 8 903 352 8238 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.

 

Автор фотолары.

Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Тарихыңды онотма, тамырыңды ҡоротма
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас