Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Сентябрь , 09:00

Ауыл хәбәрҙәре

Кисә, 20 сентябрь көндө, Иҫәкәй ауыл клубында башҡорт халҡы ашханаһына арналған “Эх, бигерәк тәмле бәрәңге!" тип аталған байрам үтте.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Картуф, бәрәңге, ер алмаһы тип тә йөрөтәләр уны. Атамаһы төрлө булһа ла, бөтәһе лә был аҙыҡты көнкүрештә берҙәй киң ҡуллана. Ысынлап та, икенсе икмәгебеҙгә тиң бәрәңгеһеҙ табынды күҙ алдына ла килтереу ҡыйын. Бына ошо оло ризығыбыҙға арнап бик матур сара үткәрелде лә инде.

Сараның төп өлөшөндә яратҡан ризығыбыҙҙың тыуған иле, беҙҙең яҡҡа килеп сығышы һәм башҡа үҙенсәлектәре менән таныштырып үттек.

Ауылдаштарыбыҙ байрамға буш ҡул менән килмәне. Бәрәңгенән яһалған кәтлит, бәрәмәстәр, ҡыҫтыбый, бәлеш, бәрәңге билмәне, салаттар һәм башҡа телде йоторлоҡ тәмлекәстәр байрам табынында үҙ урынын алды.

Ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыу бешереү серҙәре менән уртаҡлашып сығыш яһаны. Ҡыҙыҡһынған хужабикәләр бер-береһенә һорауҙар бирҙе, кәңәштәргә ҡолаҡ һалды.

Сара һуңында бергәләшеп, бәрәңгенән әҙерләнгән ризыҡтар менән тәмле, йомшаҡ Рәүҙәк һыуҙары менән сәй эстек. “Бәрәңге байрамы” барыһының да күңеленә хуш килде. 

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Мәҙинә Алтынбаева.
Читайте нас: