Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Сентябрь , 15:00

Ваҡыт үтә һеңлем, һиҙелмәйсә...

.

Ваҡыт үтә һеңлем, һиҙелмәйсә,
Һырҙар - эҙҙәр һалып маңлайҙа.
Атай-әсәй күптән булмаһа ла,
Һин барһың бит беҙгә алайҙа...
Үҙ балаңды көтөп алған кеүек,
Көтөп алаң ҡайтыр ваҡытты.
Бер ваҡытта һинән ишетмәнек;
"Арыттығыҙ, тамам ялҡытты!"
Өҫтәлеңә һыйҙар әҙерләйһең,
Төрлөһөнән ҡуйып, мул итеп.
Һеҙҙең ҡайтыуығыҙ миңә хөрмәт,
Һеҙҙән ҡәҙер миңә шул тиеп...
Ваҡыт үтә һеңлем, мин бәхетле!
Йәйге селлә, ҡышҡы аҡ ҡарҙа.
Һағынғанда минең ҡайтыр өйөм,
Һеңлекәшем әле һин барҙа...


Автор:Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов
Читайте нас: