Мәҙәниәт
30 Август 2024, 14:30

Тыуған көнөң менән, Ишембай!

24 августа яҡташтарыбыҙ Ҡала көнөн ҡаршыланы – ошо уңайҙан төҙөкләндерелгәндән һуң А. Матросов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы һәм Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙаны тантаналы рәүештә асылды.

Ҡала көнө сараһында Башҡортостан Башлығы Радий
Хәбиров, БР Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары —
Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, БР Дәүләт
Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Александр Работяев, муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов һәм
башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

А. Матросов исемендәге парк быйыл бөтөнләй икенсе төҫ
алды: балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары асылһа,
ололарҙың ял итеү зоналарында ваҡыт үткәреү мөмкинлеге
барлыҡҡа килде. Был көндө байрам уңайынан фотозоналар,
күргәҙмәләр, концерт, балалар өсөн уйындар һәм башҡа
төрлө күңел асыу саралары ойошторолдо.

Шул уҡ ваҡытта паркта йола буйынса «Коляскалар парады» конкурсы, яңы өйләнешкән парҙарҙы теркәү үтте. Ингән
урында ҡунаҡтарҙы «Гусарки» коллективы һәм «Өфө фанфаралары» тынлы оркестры музыканттары ҡаршы алды.
Сарҙаҡта биш йәш парҙың тантаналы теркәлеүе ойошторолдо – уларҙы Радий Хәбиров ҡотлап үтте.

- Беҙ Геннадий менән уртаҡ дуҫтарыбыҙҙа таныштыҡ, -
тип уртаҡлашты Илүзә Конторщикова. – Бөгөн, ниһайәт,
ҡояш та йылмая. Туйыбыҙ ҙа бик үҙенсәлекле үтә, бер һүҙ
менән әйткәндә, беҙ бик бәхетлебеҙ.

«Коляскалар парады» социаль проекты Ишембай халҡына
бик оҡшай, ул, ысынын әйткәндә, һуңғы йылдарҙа Ҡала
көнөнөң биҙәге булып тора. Был парадта барлығы 17 ғаилә
ҡатнашты, уларҙың береһендә игеҙектәр үҫеп килә. Конкурста
ҡатнашыусылар бар фантазияһын эшкә екте, көс һалды. Коляскалар, хатта, аждаһа, тирмә, мейес, самолет образдарына
инде. Ә костюмдарҙың ниндәйе генә булманы! Мәҫәлән, Вежниндар ғаиләһе «Ну, погоди!» мультфильмы геройҙары образдарында сығыш яһаны.

- Беҙ ғаилә сараларында йыш ҡатнашырға тырышабыҙ. Был
беҙҙең өсөн ваҡытты файҙалы, ҡыҙыҡлы үткәреү сараһы. Колясканы «Ну, погоди!» стилендә әҙерләү – ҡыҙымдың фекере. Уға
бүре образы бик оҡшай, - тине өс бала әсәһе Ангелина Вежнина.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров А.Матросов
исемендәге паркта булып, ремонт эштәренең ыңғай
һөҙөмтәләрен күрҙе, Ишембай халҡы менән ихлас аралашты.
Ҡала көнө уңайынан бында картиналар күргәҙмәһе лә үткәйне
– ул бала саҡ темаһына арналды. Радий Фәрит улы был сарала бер картина эргәһендә туҡталып, уның ижад ителеү тарихы
менән ҡыҙыҡһынды. Бесәй төшөрөлгән рәсемдең авторы - Ирина Окружнова. Картина 2023 йылда Һамар өлкәһе Кошкин районында йыл һайын үткән III асыҡ декоратив-ҡулланма ижад конкурсында беренсе урын алған.
- Радий Фәрит улының матур йолаһы бар - картиналар һатып
алыу һәм бүләк итеү. Ул ижад емешен тоя, ҡәҙерен белә. Күп
эштәрҙе хосписҡа, балалар йортона бүләк итә. Был картина ла
сағыу, бала саҡты, йорт йылыһын, тыныс мөхитте иҫкә төшөрә,
- тип уртаҡлашты картиналар галереяһы директоры Рафаэль
Ҡадиров.

Ситтәрәк махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан
яугирҙар тора ине, төбәк етәксеһе Радий Хәбиров
улар эргәһәндә туҡталып, хәлдәрен һорашып китте.
- Бөгөн Радий Фәрит улы менән яҡындан аралашыуыма бик шатмын, ул беҙгә гел яҡшы мөнәсәбәттә, -
тип ихлас уртаҡлашты «Ишембай» ҡушаматлы яугир.
– Мин әлеге мәлдә яраланғандан һуң ялға ҡайттым.
Ҡала көнө байрамына әсәйем менән килдем. Был сарала бик күңелле, ул тыныс тормошто, йылы, ихлас
мөнәсәбәттәрҙе иҫкә төшөрә. Бында балалар ҙа ныҡ
күп, һәр саҡ ошондай матур тормош булһын, тигән
теләктә ҡалам.
Байрам осоронда А.Матросов исемендәге паркта
спортсылар ҙа әүҙем ҡатнашты, волейбол, футбол, баскетбол, өҫтәл теннисы майҙансыҡтары уйындарҙан
геү килеп торҙо. Балалар, үҫмерҙәр ГТО нормативын
(эйелеү, һикереү, ҡулдан этелеү, бейек урҙала тартылыу, гер ырғытыу) тапшырҙы.
- Мин ГТО-ны ете йәштән тапшырып киләм, - тип үҙе
менән таныштырҙы 3-сө мәктәптең 5 класс уҡыусыһы
Анастасия Борисова. – Минең ҡулдан этелеү,
оҙонлоҡҡа һикереү кеүек күнекмәләр яҡшы килеп
сыға. Бөгөн уларҙы тағы ҙур кинәнес менән үтәнем.
Бындай спорт саралары бик оҡшай. Бынан тыш,
үҙемдең яратҡан шөғөлөмдө – велоспортты яратам.
Артабан Ҡала көнө Башҡортостан нефтен тәүге
асыусылар майҙанында дауам итте.
- Хөрмәтле Ишембай халҡы, ҡәҙерле яҡташтар һәм
ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн бында, Башҡортостан нефтен
тәүге асыусылар майҙанында, тулҡынландырғыс
ҙур тойғо менән йыйылдыҡ. Майҙан һәр ҡала
кешеһенең яҙмышында үҙенсәлекле урын алып
тора. Бөгөнгө сараны ойоштороу – ҡатмарлы
шарттарҙа республиканың ғына түгел, ә Рәсәйҙең
дә индустрияһын үҫтергән кешеләрҙе оло ихтирам менән иҫкә алыу. Шуныһы ҡыуаныслы, был
майҙанда киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән ҡараған
йәштәр бик күп. Бында махсус хәрби операцияла
Ватаныбыҙҙы яҡлаған яугирҙарыбыҙҙы күреүебеҙгә
ныҡ шатбыҙ. Шулай уҡ бөгөн бында уларҙың әсәләре
килгән – әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа улар алдында быш
эйәйек, - тип алҡышлап үтте Башҡортостан башлығы
Радий Хәбиров. – Республикабыҙ үҫешһен һәм көслө,
ҡеүәтле булһын өсөн мин барыһын да эшләйәсәкмен,
халҡыбыҙ уңайлы шарттарҙа йәшәһен. Байрам менән,
ишембайҙар!
Радий Фәрит улы үҙ сығышынан һуң «Ретро шлягер - 2024» III халыҡ-ара йыр конкурсында Гран-при
яулаусы Айбулат Ишморатовҡа автомобилдән асҡыс
тапшырҙы.
Әйтергә кәрәк, Ҡала көнө алдынан, 23 августа, «Ретро шлягер - 2024» III халыҡ-ара йыр конкурсының
икенсе туры үткәйне. Был сарала төрлө милләт һәм
район ижадсылары ҡатнашты.
Байрамда Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар
майҙанында Совет осорон хәтерләткән фотозоналар,
винтаж автомобилдәр күргәҙмәһе һәм ауыл хужалығы
йәрминкәһе ойошторолдо. Иң күҙгә ташланғаны
– пилотһыҙ осоу аппараттары һәм МХО-ға кәрәкяраҡтар күргәҙмәһе.
«Башҡортостан һаҡсылары» ирекмәндәр ойошмаһының етәксеһе Рәмил Янышевтың эштәре һанап
бөткөһөҙ. Был сарала уның менән әңгәмәләшеү
мөмкинлеге булды.
- Мин дрондарҙы йыйыу эшенә үҫмерҙәрҙе йәлеп
иттем. Улар был эшкә мөкиббән ҡушылды. Тәүҙә
пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйырға үҙем өйрәндем,
ә хәҙер бына башҡаларға һабаҡ бирәм, - тине Рәмил.
Янышевтың командаһына «БлагоДарим» ирекмәндәр ойошмаһы ла ҡушылған.
- Беҙҙең күргәҙмәлә йәйге һәм ҡышҡы маскировкалау селтәрҙәре бар. Шулай уҡ бында тиренән яһалған
кейемдәрҙе күрә алаһығыҙ. Беҙ уларҙы яугирҙарға
ҡышҡылыҡҡа ебәрәсәкбеҙ, - тип уртаҡлашты
«БлагоДарим» ойошмаһының етәксеһе Альмира
Шәрәфетдинова. – Әлеге мәлдә ике төрлө (өс һәм дүрт
ҡатламлы) «дронға ҡаршы» юрған, танып белеү повязкаларын тегәбеҙ. «Шүрәле» костюмын әҙерләнек – ул
снайпер өсөн тәғәйенләнгән. Тағы ла ямғырҙан плащтар, саперҙарға сумкалар, носилкалар (еңел һәм төбө
булған носилкалар), мендәрҙәр әҙерләйбеҙ. Был ҡул
эштәре фронт заказы буйынса башҡарылған.
Ауыл хужалығы йәрминкәһен дә ҡарап үтмәйенсә
булмай ине – быйылғы ямғырҙа эштәр нисегерәк тора
икән?
- Беҙ йәрминкәгә сәк-сәк, бауырһаҡ, бәлеш, туҡмас
кеүек он ризыҡтары алып сыҡтыҡ. Шулай уҡ һатыуҙа
ҡаймаҡ, аҡ һәм ҡыҙыл эремсек, ҡорот, май бар.
Быйылғы ямғырҙарҙа йәшелсә уңмаһа ла, үлән шәп
үҫте. Шуға йәрминкәгә һөт ризыҡтары алып сыҡтыҡ,
- тип уртаҡлашты Уразбайҙан Фәүриә Тимерғәлина.
– Аҙыҡ-түлекте һатҡан аҡса махсус хәрби операцияла
ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ өсөн файҙланыласаҡ. Беҙ
һәр саранан шулай эшләргә тырышабыҙ.
Ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булды Ҡала көнө!
Был сарала Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе
Юрий Жадаев «Ишембай муниципаль районының
Почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булды. Бер
төркөм ишембайҙар әүҙем гражданлыҡ позицияһы,
мобилизацияланған һәм ирекмән яугирҙарға ярҙам
күрһәткәне өсөн муниципаль район Советының рәхмәт
хаттары менән бүләкләнде. Юғары һөнәрилеге,
хеҙмәте менән айырылып торған яҡташтарыбыҙға
муниципаль район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары
тапшырылды.
Һөнәрилеге, намыҫлы хеҙмәте өсөн – муниципаль
район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡкоммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура үҫеше буйынса урынбаҫары Ринат Юлғотлин, торлаҡ-коммуналь
хужалыҡ өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Торлаҡфайҙаланыу участкаһы» яуаплылығы сикләнгән
йәмғиәтенең директоры Марат Ғиниәтуллин
Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән
бүләкләнде. Шулай уҡ бер төркөм етәкселәргә,
хеҙмәткәрҙәргә намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан
Республикаһы Хөкүмәтенең маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт
хаттары тапшырылды.
Байрамда ярты быуат – 50 йыл бергә ғүмер иткән
юбилярҙарҙы ла ҡотлап үттеләр. Илһөйәр Прохоровна һәм Ринат Фазылйән улы Ишембаевтар тап шундай
ғаилә өлгөһө.
- Мин – Иҫке Ишембайға нигеҙ һалыусы Ишембай Аҡбирҙиндың бүләһе. Шунда уҡ тыуып үҫтем, -
тине Ринат ағай. – Илһөйәр менән Иҫке Ишембайҙа
таныштыҡ. Ул сығышы менән Ергәндән. Техникумға
уғырға ингәндә Иҫке Ишембайҙа әбейҙә йәшәй ине.
Кисен, беҙ, йәштәр, волейбол уйнарға йыйылабыҙ.
Күрәһең, шәп уйнағандыр – шунда уҡ ғашиҡ булдым.
Бер йылдан ашыу дуҫлашҡан йәштәр, сәсен-сәскә
бәйләп матур итеп ғаилә ҡороп ебәрә. Бынамын тигән
ике ҡыҙ тәрбәиләп үҫтерә. Ринат ағай нефть-газ
сығарыу заводында водитель булып эшләһә, Илһөйәр
апай «Витязь» машиналар эшләү заводында инженер
вазифаһын биләй.
Мәҡәләне йомғаҡлап әйткәндә, көтөп алынған
танһыҡ байрамдан Ишембай ҡалаһы һәм районы
халҡы бик ҡәнәғәт ҡалды. Ҡала көнөндә туғандар,
дуҫтар, класташтар осрашты, ихлас күңелдән аралашты – бер йылдан тағы ошо матур байрам беҙҙе
берләштерһен!


Айһылыу ВАХИТОВА, Ирина ВАХОНИНА

Автор:
Читайте нас