Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Август 2024, 20:00

Китапханаға бүләккә - яңы баҫмалар

Республикала өс йылдан ашыу “Атайсал” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан шәхестәр үҙҙәренең кесе Ватаны өсөн изге эштәрен дауам итә.Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда 470 һәйкәл һәм обелиск, 577 шишмә төҙөкләндерелгән, йөҙҙән ашыу балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, 461 мәсет, 80 сиркәү һәм ғибәҙәтхана тәртипкә килтерелгән һәм төҙөлгән, 312 юл ремонтлаған.

Китапханаға бүләккә - яңы баҫмалар
Китапханаға бүләккә - яңы баҫмалар

- Беҙҙә бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы кешеләр күп. Әгәр уларҙың һәр береһе кесе Ватанына өҫтәмә ярҙам күрһәтһә, был урындарҙағы тормошто күпкә яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Күп эшҡыуарҙар һәм башҡа хәлле кешеләр былай ҙа ярҙам итә, әммә беҙ был эште системаға һалырға теләйбеҙ, - тине “Атайсал” проектын башлап ебәргәндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Шундай битараф булмаған кешеләрҙең береһе — Маҡар ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, билдәле журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе-тарихсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар союзы ағзаһы Фаяз Йомағужин.

Фаяз Фуат улы 20-нән ашыу китап авторы. Уның ижады күп яҡлы. Тыуған яҡты, атайсал тарихын, нәҫел ептәрен, халҡыбыҙҙың үткәндәрен өйрәнеүгә күп көс һалған. Барлыҡ асыштары үҙенең хеҙмәттәрендә урын алған. Байтаҡ китаптары яҙыусы оҙаҡ йылдар йәшәгән һәм эшләгән Стәрлетамаҡ ҡалаһына арналған.

Ошо көндәрҙә Ишембай үҙәкләш-терелгән китапханалар системаһы яҡташыбыҙҙың яңы китаптары менән тулыланды. Фаяз Йомағужин ишембайҙарға 50 дана китап бүләк итте.

- Яҡташтарға мин һуңғы йылдарҙа баҫылып сыҡҡан китаптарымды тап-шырҙым. “Дүрт данлы быуат” тип аталған китабымда Маҡар, Ибрай, Һарғай, Иҫәкәй ауылдары тарихы тураһында очерктарым индерелде. Ошо ауылдарҙа ХVII быуаттан алып XXI быуатҡа тиклем йәшәгән шәхестәр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар. Улар быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫтырылмаған. Хеҙмәтемдә төрлө һуғыштар, революция, иҡтисади һәм сәйәси реформалар, хәҙерге замандың ҡыҙыҡлы ваҡиғалары - барыһы ла сағылыш тапты. Китапта шулай уҡ архив документтар, боронғо фотолар урын алды. Икенсе китабым детектив жанрын һөйөүселәр өсөн ҡыҙыҡлы булыр. Унда һуғыш йылдарынан алып XXI быуат баштарына тиклем милиция һәм прокуратураның еңел булмаған хеҙмәте, төрлө хәл-ваҡиғалар бәйән ителә. Ә өсөнсө китабымда инде (“Клёвое дело”) үҙемдең яратҡан шөғөлөм - балыҡ ҡармаҡлау һәм уға бәйле ҡыҙыҡлы хикәйәләр урын алды. Тыуған төйәгебеҙҙең һоҡланғыс тәбиғәте, һыу ятҡылыҡтары, йылға-күлдәре һәм унда йәшәүсе йән эйәләре тураһында уҡыу Ишембай уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип ышанам, - тине Фаяз Йомағужин.

Әлеге мәлдә автор коллегалары менән берлектә «Ватан саҡырыуы буйынса» тип исемләнгән тағы бер хеҙмәт баҫтырып сығарған. Унда бөгөнгө көндә ҡулдарына ҡорал алып, Ватанды һаҡларға баҫҡан, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир яҡташтарыбыҙ тураһында мәҡәләләр йыйылған.

- Быға тиклем Фаяз Йомағужинды шәхсән белмәһәм дә, ижады менән яҡшы таныш инем. Китапханабыҙға үҙе шылтыратып, бүләк эшләйем тигәс, беҙ, әлбиттә, бик шатландыҡ. Китаптарҙы фондыбыҙға индерҙек. Уларҙың һәр береһе үҙ уҡыусыларын табыр. Ишембайҙар яратып ҡабул итер, тип ышанабыҙ. Көҙгөһөн автор менән яҡындан танышырбыҙ, ижади осрашыу үткәрербеҙ, тип планлаштырҙыҡ. Фаяз Фуат улына ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Ижад ҡомары һүнмәһен, беҙҙе яңынан-яңы китаптары менән ҡыуандырып торһон, - тигән теләктәрен белдерҙе ҡалабыҙҙың Үҙәк китапханалар системаһы директоры Айгөл Ҡәҙерғолова.

Шуныһы ҡыуаныслы, “Атайсал” проектына ҡушылыусылар һаны арта ғына бара. Тимәк, яҡташтар атайсалына, халҡына, теленә битараф түгел.

 


Автор фотолары.

Автор:Миля Мазитова
Читайте нас: