Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Август 2024, 15:00

Ябай икән, тимәгеҙ...

.

Ябай ғына ауыл ҡатыны мин.
Ябай ғына, эйе, кешемен,
Иремә мин тоғро ҡатын булдым,
Балаларға яҡшы әсәмен.

Сәйәсәттән йыраҡ тора аңым,
Алыҫ тора ғәйбәт, аһ-зарҙан.
Күрә алмай һуғыш, болаларҙы -
Тик һөйөүҙән аңым туҡылған.

Ябай ғына ауыл ҡатыны мин -
Һаҡлап йәшәйем мин өй ҡотон,
Бөхтә тотам йортом-донъямды ла,
Һүндермәйем усағым утын.

Ябай ғына ауыл ҡатыны мин,
Ҡарамаҡҡа шундай сабырмын,
Әммә дуҫ- туғанды рәнйетһәләр
Хатта йылан кеүек сағырмын!

Яман телдәр намыҫыма тейеп
Ҡуҙғатһалар сабыр аңымды:
Яҙғы ташҡын кеүек бәреп, онтап
Китермен мин ундай яуызды...

Ябай ғына ауыл ҡатыны мин...
"Үтә ябай икән", - тимәгеҙ,
Сабырлығым берүк һынамағыҙ,
Күңелем ҡылдарына теймәгеҙ!


Автор:Зәйтүнә Айытбаева
Читайте нас: