Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Август 2024, 15:00

Тормош бара...Һыуҙар аға...

.

Тормош бара...Һыуҙар аға...
Ҡыштар,йәйҙәр үтеп тора,
Йылы яҡтан осоп ҡайтып,
Тағы ҡоштар оя ҡора.

Ҡояш көлә,ҡарҙар ирей,
Йылғалары ташып бара,
Тәбиғәттең үҙ ҡануны,
Асыулана,йә шаяра.

Шатлыҡ-хәсрәттәре менән,
Ғүмер йомғағыбыҙ тәгәрәй,
Көн артынан көндәр үтә,
Һиҙелмәй миҙгел үҙгәрә...

Минең күңел иләҫ-миләҫ,
Ярһыбыраҡ тибә йөрәк,
Беҙ ҙә тәбиғәт балаһы,
Шатланырға күпме кәрәк?

Әҙәм балаһы бит шулай,
Һәр ваҡытта ниҙер көтә,
Барыһын яҡшыға юрап,
Йәшәй өмөт итә-итә.

Яҙ килгәнгә шатланабыҙ,
Инде бөтһә ине яуҙар,
Еңеү,тиеп көтөлгәнде,
Тиҙерәк ҡайтһындар яулап.

Тыныс тормош килһен ергә,
Бәхет менән таңдар атһын,
Иләҫ-миләҫ килһен күңел,
Тормош гөрләп алға аҡһын!


Автор:Лариса Ғирфанова
Читайте нас: