Ошонда тыуып үҫеп, бөгөн ситтә ғүмер иткәндәр, ниндәйҙер сәбәп менән ауылына оҙаҡ ҡайтмағандарҙы бала саҡтағы һымаҡ байрам тағы бергә йыйҙы. Сараға тыуған ер тупрағының ҡара икмәген ашап, ҡойо-шишмәләренең һыуын эсеп, шифалы hауаһын һулап үҫкән ауылдаштар, уларҙың балалары, ейәндәре йыйылды.
Һәр әҙәм балаһының туған төбәге бар. Һәр кемде үҙенең тыуып-үҫкән ере, унда йәшәүсе кешеләр, нәҫел-нәсәбе, тарихы, милләте, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли йолалары ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Ауыл тарихы – милләт тарихы ул.
Халыҡ ҡапҡа алдына өҫтәлдәр, ултырғыстар ҡуйып, самауырҙар ҡайнатты, ҙур ҡаҙанда былау бешерҙе. Ҡапҡалар төрлө шарҙар, флагтар, балаҫтар менән биҙәлде.
Байрам асыҡ тип иғлан ителгәс һүҙ элекке колхоз рәйесе Карам Садыҡ улы Ғәлиакберовҡа бирелде һәм дауам итеп хаҡлы ялдағы китапханасы Райхана Әхмәт ҡыҙы Әхмәтова ауыл тарихын йәш быуындарға уҡып ишеттерҙе.
Байрам йыр-бейеүгә оҫта ауылдаштар ҡатнашлығында концерт программаһы менән дауам итте. Ҡурай моңо яңғыраны, башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыусылар ҙа булды. Ҡунаҡҡа килғән иҫке Ишембай ҡасабаһыннан "Шатлыҡ" ансамбле матур йырҙар бүләк итте.
Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә милли уйындарҙа ихлас ҡатнашты.
- Осрашыу байрамы бик күңелле, фәһемле үтте. Ошо йыйынға ҡайтҡан ауылдаштарға ҙур рәхмәт! Төнө буйы ямғыр яуҙы, иртән дә тынманы, ней ғәжәп - ҡаҙандарҙы асып бешерә башлағас тымды ла ҡуйҙы, байрам үткәнсе борсоманы. Сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Береһелә ситтә ҡалманы, дәррәү күтәреп алды, - тип уртаҡлашты ошо урамда йәшәүсе Ринат Исламғолов.
Ысынлап та, бөгөнгө байрамда быуындар бәйләнеше барланды, нығытылды. Илебеҙҙең төрлө тарафтарына һибелгән ырыуҙаштарын, балаларын барланы сәлихтар. Бер-беребеҙҙең хәлен белеп, ауыр саҡта ярҙам ҡулын һуҙып, татыу йәшәгәндә генә бар булырбыҙ, киләсәгебеҙ, телебеҙ, милләтебеҙ, моңобоҙ юғалмаҫ!
Автор фотолары.