Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Август 2024, 15:00

Был донъяла барыбыҙҙа...

.

Был донъяла барыбыҙҙа,
Мәңгелеккә түгелбеҙ.
Ҡунаҡ ҡына итәбеҙҙә,
Мәңгелеккә китәбеҙ.

Бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп,
Аңлап ҡына йәшәгеҙ.
Туғанығыҙға һүҙ әйтеп,
Рәнйетәһе күрмәгеҙ.

Ауыр һүҙҙәр мәңгелеккә,
Йөрәк түрендә ҡалыр.
Ғәфү әйтәһе килерҙә,
Бейек күктәрҙә булыр.

Ҡайтараһы килерҙә,
Мөмкинселектәр булмаҫ,
Үкенербеҙ, иларбыҙ ҙа,
Үкенеүҙәр һуң булар.

Автор:Айзиля Юнусова
Читайте нас: