70 йыл аҙ ғүмер түгел. Ә 70 йыл мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһен үҫтереүҙә уңышлы эшләп килеү - бигерәк тә яҡшы. Ошо ваҡыт эсендә китапхана заманса учреждениеға әйләнде. Китапхана ошоға тиклем дә һәм бынан һуң да халыҡты уҡырға, белемгә, фекерләүгә, мәҙәниәткә әйҙәй һәм киң мәғлүмәт үҙәге булып тора.
Байрамға балалар, ауыл халҡы, ветеран китапханасылар килде. Китапханасы үткән йылдарҙы иҫкә төшөрөп, китапхана тарихын һөйләне, эшләгән эштәре, үткәргән байрамдары, кисәләре, уңыштары менән уртаҡлашты. Юбилей булғас ҡотлауҙар ҙа күп булды, матур теләктәр әйтелде.
Байрам йыр-моң менән аралашып барҙы.