Баисламовтар ғаиләһе боронғо туй йолалаларын теүәл үтәп, килен төшөрҙө. Туй киленде мамыҡ мендәргә баҫтырып ҡаршы алыу, йәштәргә бал һәм май ҡаптырыу, дүрт яҡтан апайҙар һәм еңгәләр ҡушъяулыҡ тотоп кейәү йортона оҙатыу, теләктәр теләү, киленгә һыу юлы күрһәтеү, еңгә бүләге итеп алъяпҡыстар тапшырыу кеүек элекке йолаларыбыҙ менән үрелеп барҙы.
Боронғолар туйҙарҙа милли йолалаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе теүәл үтәргә тырышҡан. Сөнки йәштәрҙең тормоштары ныҡ, ҡорған ғаиләләре ишле, бәрәкәтле булған.
Беҙ ҙә яңы ғына сәстәрен сәскә бәйләгән Камила менән Айтуған Баисламовтар ғаиләһенә бәхетле оҙон ғүмер, ырыҫлы мул тормош, татыулыҡ, сәләмәтлек һәм балалар ҡыуанысы теләйбеҙ.
Автор видеоһы.
Фотолар ғаилә архивынан.