Мәҙәниәт
7 Август 2024, 08:00

Ауыл хәбәрҙәре

3 август көндө Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йортонда Халиковтар нәҫҽлҽнҽң "Шәжәрәне онотмайыҡ, тамырҙарҙы ҡоротмайыҡ!" тип аталған шәжәрә байрамы булып уҙҙы.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Шәжәрә байрамы – ата бабаларыбыҙҙың, нәҫелдәребеҙҙең рухи мираҫын тапшырыу, халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырыу сараһы булараҡ беҙҙең тормошобоҙҙа мөһим урын алып тора.

Шәжәрә ғәрәпсә - "ағас”. Ни өсөн ағас һымаҡ төшөргәндәр? Ағас - боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың тормошон да сағылдырған. Тамыры – үткәнебеҙ, олоно – бөгөнгөбөҙ, ботаҡтары – киләсәгебеҙ. Ағас ни тиклем нығырыҡ, сыҙамлыраҡ булһа, ботаҡтары ла көслө була. Бына ни өсөн халҡыбыҙ шәжәрәне ағас рәүешендә яҙып ҡалдырған. Шәжәрә - оло хазина. Улар быуындан быуынға ҡәҙерле әйбер булараҡ күсә килгән.

Туған йәнле шәжәрәһен барлай,
Ете быуын ата-бабаһын,
Тарих төпкөлөнән тамырҙарын,
Беҙ барламай кемдәр барлаһын.

Тәрән тамырлы нәҫелдәрҙең береһе - Халиковтарға арналған шәжәрә байрамы ошо шиғри юлдар менән башланып китте.

Халиковтар, Сәфәрғоловтар, Уразаҽвтар, Мәүләтҡоловтар һәм башҡа ғаиләләр сәхнәгә күтәрелеп, үҙҙәрҽнҽң шәжәрәһе менән таныштырҙы, ырыу тарихы, мөһим ваҡиғалары, нәҫел-нәсәбен барланы, туғанлыҡ ептәрен асыҡланы.

Бар яҡтан да килгән, йыр-моңға маһир туғандар байрамды матур концерт номерҙары менән дә биҙәне. Байрамдың икҽнсҽ өлөшө сәй өҫтәлҽ артында дауам иттҽ.

Туғанлыҡты, нәҫелебеҙҙе онотмайыҡ, йышыраҡ осрашайыҡ, туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәйек, тип таралышты Халиковтар нәҫеле. Байрамдан алған тәьҫораттар, кисерештәр һәр туғандың күңел түрендә бик оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанып ҡалабыҙ.

 

Фото: https://vk.com/httpsvk.comid231790843

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Ҡанаҡай ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас