1.Әсәй керҙе бөгөн төштәремә,
Ус тултырып еләк килтерҙе.
Хәлкәйҙәрең нисек, балам, тиеп,
Күпме һөйөү, күпме көс бирҙе.
Ҡушымта:
Бирешмә әле, балам, алтыным,
Ҡанаттарың әле һынмаған.
Хоҙай яҙмаған эштәр булмаҫ,
Яҙмыштарҙан бер кем уҙмаған.
2.Ипләп кенә һыйпай сәстәремдән,
Йәштәремде һөртә күҙҙәремдән.
Быға ҡәҙәр, балам, бирешмәнең,
Нәҫел-ырыу ебен өҙмәнең.
Ҡушымта:
Бирешмә әле, балам, алтыным,
Ғаләм серен һиңә асамын.
Күңелеңде тултырһаң нур менән,
Ҡояш кеүек балҡыуыңды күрәм.
3.Йәнәшәмдә булмаһаң да, әсәй,
Хәйер-фатихаңды гел һиҙәм.
Иҫтәремә килеп төшәһең дә,
Йәнкәйҙәрем тула моң менән.
Ҡушымта:
Их, осрашып, бер күрешһәк икән,
Һүҙҙәр бөтмәҫ ине һөйләшеп.
Сикһеҙ рәхмәттәрҙе һиңә әйтәм,
Урының йәннәтәрҙә булһын, Әсәй!