Мәҙәниәт
3 Август 2024, 07:00

Ҡабарып беште бауырһаҡ!

Кисә, 2 август, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда "Табын күрке - бауырһаҡ" тип аталған байрам уҙҙы. Өҫтәлдең йәме, ризыҡтың иң тәмлеһе тип һаналған милли ризығыбыҙға дан йырланы ауылдаштар.

Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары Рәзифә Хисмәтуллина, Ләлә Ғарифуллина, Фәнилә Һөйәрғолова, Нәйлә Ильясова байрамға бауырһаҡ бешереп алып килһә, башҡалар төрлө-төрлө ҡамыр аштары, күстәнәстәр менән килде. 

Ауылдаштарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айнур Ҡотошев сәләмләп үтте. 

Сара йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Оҫталар оҫталыҡ дәресе ойоштороп, бауырһаҡ бешереү серҙәре менән уртаҡлашты. 

Байрам сәй табыны артында тамамланды.

Халҡыбыҙҙың милли ризығы булған бауырһаҡты бешереүҙә оҫталыҡтарын күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һәм шулай уҡ байрам күрергә килгән ауылдаштарға ҙур рәхмәт!

Ҡабарып беште бауырһаҡ!
Ҡабарып беште бауырһаҡ!
Ҡабарып беште бауырһаҡ!
Ҡабарып беште бауырһаҡ!
Ҡабарып беште бауырһаҡ!
Ҡабарып беште бауырһаҡ!
Автор:Ләлә ЗӨЛКӘРНАЕВА.
Читайте нас