Яҙ еткәс, Ҡарға бутҡаһына ла, кәкүк сәйенә лә ҡоймаҡ ҡойоп алып сығалар. Ә ҡырҙа бешерелгән бутҡаның ҡалдыҡтарын һәм ҡоймаҡтарын ағас ботаҡтарына һылап китәләр. Улар ҡоштарға ризыҡ була.
Ошо көндәрҙә Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Ҡоймаҡ байрамына йыйылды. Тәмле ҡоймаҡ еҫтәре әллә ҡайҙан уҡ танауҙы ҡытыҡлап, урамдағыларҙы эскә инеп, ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, сәй эсеп сығырға саҡырҙы. Табаларҙа шажлап бешкән ҡоймаҡ тау-тау булып өйөлөп, матур сәй табынында үҙ урынын алды. Тамаша уйын-көлкө, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Сираттағы байрам ғәҙәттәгесә күңелле һәм файҙалы үтте.