Яңғыҙ ҡалһаң әгәр, бик ҡайғырма.
Һөйгән йәрең булһа, булһын шатлыҡ.
Илай-илай парлап йәшәгәнсе,
Үҙең генә булыу мең ҡат артыҡ.
Кем дә ярай тиеп ялғанлама,
Һәр кем эзләй байҙы, тәхетлене.
Кеше бәхетенә ҡыҙыҡҡансы,
Бәхетһеҙҙән яһа бәхетлене!
Алда ни көтә тип бик уфтанма,
Артыҡ борсолмауың ҡулай булыр.
Ҡыштан һуң яҙ килмәй ҡалғаны юҡ,
Хоҙай нисек яҙһа, шулай булыр!
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.