Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Июль , 15:00

Тормош һыуҙары тоҙло шул...

.

Тормош һыуҙары тоҙло шул...
Тормош һыуҙары тоҙло шул...

Тормош һыуҙары тоҙло шул
Эскән һайын эселә.
Ҡайсағында юҡ-бар һүҙҙән
Күңелкәйҙәр киҫелә...

Киҫелеп кенә лә ҡалмай
Селпәрәмә ватыла.
Ватылғанды төҙәтмәҫкә
Сәбәптәре табыла.

Төҙәткәндә йөйө ҡала
Ямау һалһаң - ямаулы.
Кешенең бит ғүмерҙәрҙе
Түгел мәңге - һанаулы.

Уйламайса һүҙ әйтмәгеҙ
Күңелдәр киҫелмәһен.
Киҫелгән күңелдәр менән
Ғүмерҙәр үтелмәһен.

 

Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Люция Мәснәви.
Читайте нас: