Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Июль , 14:00

Ауыл хәбәрҙәре

20 июль көндө Алаҡай ауыл клубы ихатаһында Урамдар байрамы үтте.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Йәй - һағынышлы осрашыуҙар, танһыҡ күрешеүҙәр мәле. Тирә-яҡҡа борсаҡтай һибелгән ауылдаштарын йыйҙы Алаҡайҙа үткәрелгән Урамдар байрамы.

Алғы урамын Күлдәр урамы, артҡыһын Мәктәп урамы тип йөрөткән алаҡайҙар әүәл-әүәлдән эшкә талымһыҙ, уңғанлығы һәм тырышлығы менән тирә- яҡҡа билдәле булдылар. Байрам Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл янында башланды. Лилия Аҡъюлова Рәйхана Йәһүҙинә яҙған "Мәңгелеккә һәйкәл ҡалҡты" шиғырын уҡыны. Алаҡайҙа тыуып үҫеп, Юлдаш ауылында йәшәгән Наҡыя Даутова үҙенең атаһы, һуғыш яүгиры Ғөбәйҙулла Ташбулатов тураһында һөйләне. Һәйкәлгә сәскәләр һалынды.

Артабан байрам клуб ихатаһында дауам итте.

Урамдар байрамында ауыл тормошон һаҡлаған, уны үҫтереүгә бар көсөн һалған бөгөнгө ауылдаштарҙың исемдәре яңғыраны. Ауылдың иң оло кешеләре Йомабикә Ишкинина (94 йәш) һәм Мәрйәм Ишкинина (95 йәш), яңы тыуған Элиза Бикбулатоваға бүләктәр бирелде. Ауылда күркәм йорт һалып, 3 ҡыҙ үҫтергән йәш өлгө булырлыҡ ғәилә Резеда менән Рафаэль Валиуллиндар, алдынғы ауылдаштарҙың хеҙмәте баһаланды һәм бүләкләнде. 45 йыл бергә ғүмер итеүсе Рәмилә менән Рәшит Ҡасҡыновтарҙы ҡотлап, бүләк тапшырылды.

"Иң матур сәскәле ихата" конкурсында ҡатнашыусылар, байрамға ярҙам итеүселәр, ҡунаҡҡа килгән артист ҡыҙҙарыбыҙға, аш-һыу әҙерләүсе Рәсимә Амангулова һәм Айгөл Иҫәнғоловаға бүләктәр тапшырылды. Байрам менән барыһында Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы Герасименко ҡотлап үтте.

Бер-береһенә яҡын урынлашҡан ауылдар элек-электән аралашып, уртаҡ хеҙмәт, уртаҡ уйындар менән йәшәне. Әле лә шулай. Урамдар байрамына Кинйәкәй һәм "Нефтяник" мәҙәниәт йорттары артистары концерт номерҙары менән килеп етте. Эйе, шатлыҡ бүлешкәндән арта ғына. Байрам тип ҡайтҡан ауылыбыҙ ҡыҙҙҙары Альфира Салихова үҙе яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, Минисара Мырҙағолованың моңло тауышы, күңеллегә ҡыуаныс, һағышлыға йыуаныс булды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡунаҡҡа килгән Рәүфә Ғиниәтуллина ейәнсәре Сабина менән дәртле йырҙары күңелгә ҡыуаныс һалды.

Һуңынан йәнле аралашыу мул табын артында дауам итте. 

Ауылдаштар һәм килгән ҡунаҡтар тыныслыҡтың һәм татыулыҡтың кәрәклеген тойоп, берҙәмлектең көсөн күреп, бер осрашыу - бер ғүмер тигәнгә инанып, ҡәнәғәт таралдылар.

Ошо байрамды үткәреүгә күп көс һалған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә һәм ауылдаштарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

 

Фото: https://vk.com/public201720913

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Алаҡай ауыл клубы.
Читайте нас: