Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Июль , 15:00

Кителгәнде йәбештереү ауыр...

.

Кителгәнде йәбештереү ауыр...
Кителгәнде йәбештереү ауыр...

Кителгәнде йәбештереү ауыр,
Йөйө ҡала китек- митектең.
Йәндәремдә шундай яралар бар
Сыҙамлығы бөттө йөрәктең.

Ғүмер буйы кешеләргә ярап,
Яраҡлашып һаман йәшәлде.
Ябай булыу берҙән яҡшы ла ул,
Күңелкәйем ҡайсаҡ кителде

Гелән генә яҡшы булып булмай
Ҡабартаһың ҡайсаҡ һыртыңды.
Елкәләргә менеп ҡунаҡлайҙар
Суҡый-суҡый һинең башыңды.

Хоҙай биргән ғүмерҙәрҙең ниңә
Ҡәҙерҙәре китте,ҡәҙерһеҙ.
Яҡты донъяларға һөйөп бағып
Йәшәйексе,китек-митекһеҙ!


Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Зәйтүнә Түләбаева-Ҡарабашева.
Читайте нас: