Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Июль , 17:00

Бишек йырының көсө

Юҡ, мин ышанмайым, улымдың кәүҙәһен күрмәйенсә ышанмайым...

Бишек йырының көсө
Бишек йырының көсө

Нисек инде кеше хәбәрһеҙ юғала, ул бит бесәй балаһы түгел, тип түгелеп иланы Рәсимә бөгөн военкоматтан звонит иткәс.

-Үҙем барам һуғышҡа, эҙләп табасаҡмын Алмазымды, ул иҫән булырға тейеш, әсә йөрәге һиҙер ине, әгәр бер-бер хәл булһа. Аллаһы тәғәлә шундай ҡәһәрһеҙ булмай ҙа инде, тормош иптәше Айҙарҙы, улы Айгизде тартып алды ошо һуғыш, Алманы иҫәндер, тик юғалған, эҙләп табырға кәрәк үҙен.

Һөнәре буйынса хирург Рәсимә, үҙ теләге менән барам тиһә, ҡуш ҡуллап аласаҡтар, һуғыш яланында шәфҡәт туташтарына һәр саҡ ҡытлыҡ. Ауылда ҙур дауахана булмағас, бына 25 йыл инде фельдшер булып эшләй.

... Рәсимә ҡала ҡыҙы. Ата-әсәһенең берҙән-бер һөйөклө, иркә ҡыҙы булып үҫте, яҡшы уҡыны, мәктәпте тамамлағас медицина университетына уҡырға инде. Атаһы менән әсәһе ғүмер буйы заводта эшләнеләр, шуға йәйге каникулдарҙа Рәсимә һәр саҡ ауылда өләсәһендә . Шуға күрә ауылды бик ярата ине, Өләсәһе менән күңелле, кистәрен ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләһә, көндөҙ эшкә , аш-һыу оҫталыҡтарына өйрәтә. Өләсәһе һәр саҡ:

-Ҡыҙым эшләгәнең минең өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн, бәлки ауыл егетенә кейәүгә сығырһың, ә ауылда һыйырын да һауа , икмәк тә бешерә белеү кәрәк.

Аллаһы тәғәлә нең "амин" тигән сағына тура килгәндер инде, икенсе курсты тамамлап йәйге ялға ҡайтҡанда танышты лар ҙа инде, буласаҡ тормош иптәше Айҙар менән.

Яңы армиянан ҡайтҡан гармунсы егет бер ҡараштан ғашик иттерҙе. Айҙар ҙа Рәсимәне башҡа ҡыҙҙар араһынан һайланы, ҡыҙҙың ҡыйғас ҡаштары, ҡуйы бөҙрә сәстәре арбаны. Айҙар армияға барғансы Аграр институтында уҡый ине, академик отпуск алып хеҙмәткә китте, үҙ йәштәштәре менән барам тип. Ҡайтҡас ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп совхозға эшкә сыҡты, агроном ярҙамсыһы булып.

Йәштәр өс йыл Рәсимә уҡығансы ялдарҙа ғына осрашып йөрөнөләр. Ҡулына ҡыҙыл диплом тотоп сыҡҡан көндө, Айҙар ҙур гөлләмә менән ҡаршы алды ла:

- Рәсимәкәй! Кейәүгә сыҡ миңә, - тине.

Рәсимә мөхәббәте хаҡына хирург булыу хыялын да онотоп, ата-әсәһен шаҡ ҡатырып ауылға йәшәргә ҡайтырға риза булды. Ауыл тигәс, уйлап ҡуймағыҙ Айҙар уны ата-әсәһе йортона түгел, ә яңы үҙенең йортона алып ҡайтты. Армиянан һуң тырышып эшләй башлағас совхозда, ике йылдан агроном итеп үрләттеләр, эш еренән өй төҙөргә бура бирҙеләр. Айҙар бер йыл эсендә дуҫтары, туғандары ярҙамында ҡурсаҡтай йорт һалып та ҡуйҙы, өйҙөң эсендә ванна, унитаз да эшләне, Рәсимәкәйе ҡала ҡыҙы бит, тышҡа бәҙрәфкә йөрөүе ҡыйын булыр тип.

Матур ғына итеп туй үткәреп, гөрләтеп йәшәп тә киттеләр. Рәсимә ауылда фельдшер булып эшкә урынлашты, ауыл халҡы бик йылы ҡаршы алды йәш белгесте.

Мөхәббәттәрең емеше, ғаиләгә бәхет өҫтәп игеҙәк улдары Айгиз менән Алмаз улдары донъяға ауаз һалдылар. Ғүмер бит ул-аҡҡан һыу кеүек, малайҙар тәүҙә балалар баҡсаһында, һуңынан мәктәпте лә тамамланылар, икеһе лә яҡшы уҡынылар, тәртипле, тәрбиәле булдылар. Мәктәптән һуң аталары уҡыған институтҡа уҡырға инделәр, тамамлағас икәүләшеп хеҙмәт итергә, Ватанды һаҡларға киттеләр. Үҙ ваҡытын тултырғас өс йылға контракт төҙөп, армияла ҡалырға булдылар. Кем белгән инде, ҡәһәрле һуғыш башланыр тип. Егеттәр беренсе һыҙыҡҡа, һуғыштың иң ҡыҙыу еренә эләкте.

Мобилизация башланыу менән Айҙарҙы ла саҡырҙылар. Ярай барайым, бәлки улдарымды күрермен тип китте.

... Тик шул китеүҙән ҡайта алманы шул, өс айҙан батырҙарса һәләк булған тигән хәбәр килде. Айҙарҙы ауылға алып ҡайтып, әҙерләп ерләгәндән һуң бер аҙнанан тағы яман хәбәр килде, әйтәләр бит шатлыҡ та , ҡайғы ла яңғыҙ йөрөмәй тип, Айгиз улының геройҙарса һәләк булыуы. Нисек шул ваҡытта Рәсимәнең йөрәге шартламағандыр. Илай торғас, күҙ йәштәре бөттө, күңелендә бушлыҡ урынлашты. Робот һымаҡиртән тора, мал-тыуарҙы ҡарай, эшенә бара, йәшәй инде, ғүмере бөтмәгән. Ашмас улы бар бит әле, уның хаҡына ныҡ булырға, бирешмәҫкә кәрәк.

Тик бына бөгөн военкоматтан звонить иттеләр:"Алмаз улығыҙ хәбәрһеҙ юғалған", - тинеләр. Был хәбәр инде Рәсимәнең йәшәүгә булған һуңғы өмөтөн һүндереү булды. Бына шунда инде ҡарар итте, юҡ ул бирешмәйәсәк, һуғышҡа үҙ теләге менән барырға , медсестра йәки хирург булып.

Рәсимә тиҙ арала мал-тыуарын, ҡош-ҡорттарын күрше тирәләре менән һөйләшеп, таратып бирҙе, иҫән -имен ҡайтһаяңынан донъя йыуырмын әле тип.

Уны һорауы буйынса, улдары хеҙмәт иткән часть ебәрҙеләр. Рәсимә ең һыҙғанып эш башланы, көн-төн тип торманы, һалдаттарҙың һәр береһен улдары кеүек итеп тәрбиәләне. Ҡай саҡта ауыр операциялар ҙа эшләргә тура килде. Килеү менән Алмайым эҙләне, барыһынан һорашты, ҡайсан, ҡайҙа юғалған, кемдәр менән бергә булған.

Ә ул ваҡытта Алмаз иҫән. Бер Украина ҡатыны урманда яралы егетте табып өйөнә алып ҡайтып, йәшереп дауалаған. Үҙенең улы шул һуғышта вафат булған, шуға Алмазды улы һымаҡ күреп тәрбиәләгән.

Тик Алмаз хәтерен юғалтҡан була, шуға һауыҡҡас та тағы бер нисә ай, яҡшы күңелле тетя Таня ла йәшәй, ихата тирәһендә ярҙам итешә, уға Иван тип исемләй. Ә шулай ҙа үҙе уйлай, был урыҫ түгелдер ҡап-ҡара сәсле, ҡара күҙле, башҡорт йәки татар егетеҙер, ти.

Алмаздың әсәһе шул поселок эргәһендә генә, шуға магазинға шунда йөрөй. Бына шул бер барғанда, ауыл буйлап үтеп барғанда ихатала утын ярып йөрөгән Алмаз улын күреп ҡала. Күп уйлап тормай, йүгереп барып керә лә, ҡосаҡлап ала :

-Улым, Алмазым минең, бәпесем, бына мин һине таптым , ти ҙә шатлығынан илай башлай. Тик егет әсәһен танымай, был күренеште күҙәтеп торған тетя Таня яндарына килеп бар хәлде һөйләп бирә. Рәсимә шатлығынан Таняны ҡосаҡлап, рәхмәттәрен уҡый уҡый, илауын дауам итә.

Рәсимә ярты йылға командировкаға килгән ваҡыты үткән булған, ул инде бер ай волонтер рәүешендә генә ине. Шуға тетя Таня бик ҡыҫтырғыс ике көнгә ҡалырға , Алмазға үҙе тураһында һөйләп, аңлатып, һуңынан ҡайтырға булдылар.

Аллаһы тәғәлә ҡушыуы буйынсамы, кис көнө йоҡларға ятыр алдынан Рәсимә улына бәләкәй балаға йырлаған һымаҡ сәңгелдәк йыры йырланы. Ә иртән инде, Алмаздың хәтере ҡайтҡан ине, бына шулай ҙа була икән, әсәйҙең бишек йыры мөғжизәле көскә эйә.

Тетя Таняға күп рәхмәттәр әйтеп, телефон номерын яҙып алып, Башҡортостанға юлға сыҡтылар. Алмаздың хеҙмәт иткән еренә барып, һуңынан врачтар тикшереүҙәре үтеп Алмаздың ысынлап ярты ай хәбәрһеҙ булыуын иҫбатлағас, осрашҡанға бер ай тигәндә ауылдарына ҡайтып китәләр.

 ... Әсә йөрәге һәр саҡ һиҙә балаһының иҫән икәнен, тик әсәнең генә бишек йыры хәтерҙе лә ҡайтара, йәшәргә көс тә бирә...

 

 

Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Лена ШӘЙӘХМӘТОВА.
Читайте нас: