Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Июль , 13:00

Ауыл хәбәрҙәре

30 июнь Үрге Әрмет ауылында “Бауырһаҡ байрамы" үтте. Башҡорт һәм татар халҡының бар доньяға билдәле, иң татлы, иң тәмле, иң баллы ризыҡтарының береһе – бауырһаҡ, сәк-сәк байрамы булды ул. 

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Бауырһаҡты беҙҙең башҡорт һәм татар халҡы тик туй табынына ғына әҙерләгән, уны тик оҫталар генә бешергән. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙың уңғанлығын, күңеленең изгелелеген туй табынына алып килгән бауырһағына ҡарап баһалағандар. Ауылдарҙа һәр кем бешерә белһә лә, уларҙың араһында иң оҫтаһы, иң маһиры булған.

Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто алды иртәнән кискә саҡлы гөрләп торҙо. Сара ауылдың үҙешмәкәр артистары тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары менән башланып китте. Ҡатын-ҡыҙҙар бауырһаҡ бешереүҙә оҫталыҡ дәресе күрһәтте, һәр береһе бешереү серҙәрен һөйләне. Уларҙың һәр береһе бауыраҡ бешереп алып килгәйне.

Жюри ағзалары булған  Лилиә Хәсәнова, Йәмилә Ғөбәйҙуллина, Рамил Ҡадыров оҫталарҙың эштәрен ғәҙел баһаланы. Ҡатын-ҡыҙҙар жюри ҡулынан грамота һәм бүләктәр менән бүләкләнде. Айһылыу Хәмиҙуллина - “Иң үҙенсәлекле бауырһаҡ”, Зәйтүнә Зәйнуллина - “Иң эксклюзив бауырһаҡ”, Фатима Хәсәнова менән Минзилә Хафизова - “Иң уңган бауырһаҡ”, Рима Шәфиева “Иң тәмле бауырһаҡ” номинацияларына лайыҡ булды.

Байрам көндө шулай уҡ йәрминкә лә ойошторолдо. Рәйлә Хәйруллина, Асия Сәлимова, Илмира Ҙәйнуллина, Айһылыу Хәмиҙуллина йәрминкәлә һатыу итте.

Байрамды үткәреүҙә финанс ярҙамы күрһәткән ауылдаштар Марс Сәлимов, Рамил Ҡадыров, Рәшиҙә Әхмәтова, Рәхимә Бохароваға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Шулай уҡ байрамға сәхнә эшләп, беҙҙе һөйөндөргән Рәхим Мирсаяпов менән Рәис Мөхәмәҙиевҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Балалар өсөн дә төрлө мауыҡтырғыс уйындар уҙғарылды. Байрам бик күңелле үтте. Йыйылған халыҡ рәхәтләнеп бейеп, күтәренке күңел менән таралышты.

 

Фото: https://vk.com/club137824085

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Рима ШАФИЕВА.
Читайте нас: