Донъя көтөп, гел сапмайыҡ әле,
Донъя беҙҙе көтһөн бер аҙға.
Елһә елһен ғүмер миҙгелдәре,
Күңелдәр бит беҙҙең гел яҙҙа.
Көтһөн мәшәҡәттәр, ултырайыҡ,
Бөтмәҫ эштәр — аҡҡан һыу әллә?
Ағып килгән, ағып үткәне бар,
Беҙ бәхетле бөгөн, был мәлдә.
Ҡорҙоҡ инде, ҡоттан оя үрҙек,
Көнләштереп бөтмөр ҡоштарҙы.
Һанарлыҡмы, дауылдарҙан ҡурҡып
Ҡайырылып ҡалған дуҫтарҙы?
Атлап түгел, йүгереп тә уҙҙыҡ,
Ҡыуып етеп, типтек артына.
Юҡтан бар яһаныҡ донъяларҙы,
Яндыҡ, туңдыҡ бала хаҡына.
Билде биштән быуҙыҡ, ҡанатланған
Хыялдарҙы ысын яһаныҡ,
Өҙөлгәнен ялғап төйнәнек тә,
Һүтелгәнен ҡорап яманыҡ.
Көҙҙәр еткән һайын олпатланып,
Яҙҙар еткән һайын йәшәреп,
Юҡ, ғүмерҙе бушҡа уҙғарманыҡ,
Беҙ ғүмерҙе йәшнәп йәшәнек!
Көтөп торһон донъя.
Ултырайыҡ...
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы