Беҙ барыбыҙ ауыл балалары
Бала саҡтан үҫтек сынығып.
Көҙ елдәре беҙҙе алалманы
Ҡыш селләһе китте нығытып.
Ят булманы туңған быймалар
Бейәләйҙәр таңға кипмәне .
Бит ҡыҙылы беҙҙән китмәне
Танау еүешлеге бөтмәне .
Беҙ барыбыҙ ауыл балалары
Ашап үҫтек үлән аштарын.
Күреп үҫтек яҙын умырзая
Ҡарҙы әрсеп сәскә атҡанын.
Күреп үҫтек өсмөйөштәр яһап
Аҡҡоштарҙың илгә ҡайтҡанын.
Ҡарап торҙоҡ боҙҙар аҡҡанын
Йылға ярҙарынан ташҡанын.
Йәй көндәре һалҡын йылғалар
Алмаштырҙы диңгеҙ һыуҙарын.
Яр буйында ҡырсын-ҡомдары
Алмаштырҙы диңгеҙ буйҙарын.
Беҙ барыбыҙ ауыл балалары
Гиҙеп үҫтек урман-далаһын .
Бөгәлманы яҙмыш һынауҙары
Һынауҙарҙан алдыҡ дауаһын
Беҙ сыныҡҡан ауыл балаһы.
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы