Сара театраллаштырылган тамашананан башланды. Үҙешмәкәр артистар “Иң ҡәҙерле аҡса” тигән башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙе.
Ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балалар Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән бүләкләнде.
Балалар ат сабыштырыу, тоҡ кейеп йүгереү, ҡалаҡҡа йоморҡа һалып йүгереү, көйәнтәләп һыу ташыу, тоҡ менән бәрешеү, күҙ бәйләп бүләктәр ҡырҡыу, арҡан тартышыу уйындарында үҙ көстәрен һынаны. Улар менән бергә әсәйҙәре, өләсәйҙәре лә ярышты. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы.
Шулай уҡ был көндө йәрминкә лә ойошторолдо. Альфира, Рәйлә, Тәнзилә апайҙары бешерелгән ҡамыр аштары, Айгөл апайҙары косметика, кухня кәрәк-яраҡтары һатты.
Раушания апайҙары балаларға тарынан тәмле итеп бутҡа бешереп һыйланы.
Ошо матур байрамды ойошторорға финанс яғынан ярҙам иткән ауылдаштарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.