Байрамға барыһы ла күстәнәстәр менән килде. Бергәләп балтырған йыйып, тәмле аш бешереп, самауыр ҡайнатып күстәнәстәр менән сәй эстек.
Тәүҙә өлкәндәр донъялар тыныслығы, мул уңыш өсөн доға ҡалды, теләктәр теләне. Һуңынан төрлө уйындар уйнанап, йырҙар йырланыҡ. Балтырған байрамы бик матур үтте.