Мәҙәниәт
23 Май 2024, 15:00

Туйҙа йәштәргә әйтеләһе теләктәр

.

Туйҙа йәштәргә әйтеләһе теләктәрТуйҙа йәштәргә әйтеләһе теләктәр
Туйҙа йәштәргә әйтеләһе теләктәр

Пар кугәрсендәй гөрләшеп
Йәшәгеҙ бергә-бергә
Татыу ғаилә тыныс тормош
Беҙҙән теләк шул һеҙгә.

****
Ата-бабаларҙан ҡалган йола
Бергәләп ғаилә ҡороу,
Ғаилә ҡороп тигеҙ, тыныс
Матур тормошта тороу.

***
Бер-берегеҙҙе табып ҡауышҡанһығыҙ,
Икегеҙҙә ниндәй һөйкөмле!
Күҙгә-күҙ ҡарашып йылмаяһығыҙ,
Бер гөл сәскәләре шикелле!

Бер-берегеҙгә ныҡлы терәк,
Иптәш, серҙәш булығыҙ,
Дауыл-ямғырға бирешмәй
Гел йәнәшә тороғоҙ!
Ҡотло булһын туйығыҙ!

***
Бөгөн һеҙҙең яҙылышҡан,
Никахлашҡан көнөгөҙ,
Тантаналы был миҙгелдең
Ҡәҙерләрен белегеҙ!

Бөгөн донья ғәҗәп нурлы,
Йылмайығыҙ, көлөгөҙ!
Бөтөн донья байрам итә,
Һеҙҙе ҡотлай – күрегеҙ!

Бөгөн һөйөү диңгеҙендә
Рәхәтләнеп йөҙөгөҙ,
Мәрхәмәтле, бәрәкәтле,
Бөгөнгөләй мәхәббәтле
Булһын һәр-бер көнөгөҙ!

*****
Ғаилә өсөн яуаплылык
Икегеҙгә лә төшә
Ныҡ һаҡлағыҙ мөхәббәтте
Эш шунда ғына бешә.
Һеҙҙе ихлас тәбрикләйем
Бәхетле тормош теләйем
Ололарға ихтирамлы
Балаларға ихтибарлы булығыҙ
Ныҡлы ғаилә короғоҙ,
Тигеҙ-татыу тороғоҙ,
Үҫтерегеҙ батыр улдар,
Уңған һәм матур ғыҙҙар.
Бына ошо инде дуҫтар,
Әйтәһе теләгән һүҙҙәр.

****
Зарығып көткән туй көнөгөҙ килде,
Бар доньяны гөлгә, нурға кумде.
Пар балдаҡтар балҡый бәхет юрап,
Барыбыҙҙа һоҡланабыҙ һеҙгә ҡарап!

***
Егет һәмдә ҡыҙ инегеҙ,
Ир ҙә ҡатын булдығыҙ.
Инде хәҙер ошо хәлдә
Йөзгә ҡәҙәр тороғоҙ.
Үҙегеҙ күп ул-ҡыҙҙарға
Атай-әсәй булығыҙ.

***
Ҡотло булһын йәшлек тантанаһы,
Татлы булһын һөйөү хистәре.
Ҙур уңыштар менән алға илтһен
Һеҙ барасаҡ ғүмер юлдары.
Тулып торһон бәхет чишмәһе,
Ташып торһон бәхет силәге.
Оҙон ғүмер, саф мәхәббәт –
Барыбыҙҙың һеҙгә теләге.

***
Оло юлға сығаһығыҙ бөгөн,
Бергә ҡушып ике йөрәкте.
Юл алдыннан беҙ әйтәбеҙ һеҙгә
Ысын күңелдән изге теләкте.

Беҙ теләйбеҙ ысын күңелдән һеҙгә
Айырылмаһын тормош юлығыҙ.
Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙған саҡта
Аҙашмағыҙ, зирәк булығыҙ.

****
Осраштырған һеҙҙе яҙмыш,
Ғашиҡ парлар булғанһығыҙ.
Сәсте сәскә бәйләшергә
Вәғәҙәләр ҡорғанһығыҙ.

Тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ,
Пар килгәнһегеҙ икегеҙ.
Һөйөшеп кенә йәшәгеҙ,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ!

Беҙҙән һеҙгә изге теләк:
Бергә типһен һеҙҙең йөрәк.
Турә булһын түрегеҙҙә —
Мөхәббәт бер-берегеҙгә.

****
Пар килгәнһегеҙ, һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ,
Һәммәбеҙҙә һеҙҙең өсөн шатланабыҙ.
Йәшәгеҙ һеҙ бер-берегеҙҙе яратып,
Бар йыһанға һөйөү нуры таратып!

****
Йәш парҙарға бәхет яуһын,
Тигеҙ ғүмер итһендәр.
Сөкөрҙәшеп йәшәй-йәшәй,
Алтын туйға етһендәр.

Ғүмер буйы икеһе бер
Һуҡмаҡтан атлаһындар.
Бер-берһенә мәхәббәтте
Үлгәнсе һаҡлаһындар.

***
Йәшәгеҙ матур пар булып,
Икегеҙ бер йән булып,
Күршеләргә үрнәк ғаилә,
Дуҫтар өсөн дан булып,

Изге мәхәббәт хистәрен
Уаҡламайса һаҡлағыҙ.
Тормош тигән оло юлдан
Гел йәнәшә атлагыҙ.

***
Бер-берегеҙҙе табып ҡауышҡанһығыҙ,
Икегеҙҙә ниндәй һөйкөмлө!
Куҙгә-куҙ ҡарашып йылмаяһығыҙ,
Бер гөл сәскәләре шикелле!
Бер-берегеҙгә ныҡлы терәк,
Иптәш, серҙәш булығыҙ,
Дауыл-ямғырға бирешмәй
Гел йәнәшә тороғоҙ!
Ҡотло булһын туйығыҙ!

 

 

Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы

Автор:
Читайте нас