Һәр саҡ ниҙер етмәй.
Йәшәү ҡәҙерен бөтмәйбеҙме,
Ниҙер етмәй имеш кешегә...
Үткәндәрҙе уйлап уфтанабыҙ,
Үҙгәртергә теләп кирегә.
Ҡайсаҡ юҡҡа-барға талашабыҙ,
Яҡындарҙы бушҡа рәнйетеп.
Бер миҙгел бит,уйланиһәң ғүмер,
Күҙ асҡансы үтә елдереп.
Ашҡынабыҙ буш хыялды эҙләп,
Тормош күркен элмәй күҙгә лә.
Ғауға сығарырға әҙер хатта,
Әҙ-мәҙ әйткән ҡыйыш һүҙгә лә.
Шатлыҡтарға ихлас ҡыуанмайбыҙ,
Күрше хәлен инеп белмәйбеҙ.
Һөрөнгәнен күрһәк берәйһенең,
"Йығылған ул", тиеп һөйләйбеҙ.
Ниҙер етмәй,һәр саҡ ниҙер етмәй,
Күптәр бәхет эҙләп көрәшә.
Ымһынмасы күктән йондоҙ күҙләп,
Бәхет бит ул гелән йәнәшә,
Бәхет- ябай ғына төшөнсә ...
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы