Мәҙәниәт
17 Май 2024, 10:00

Сирендәр

.

СирендәрСирендәр
Сирендәр

Тирә- яҡҡа хуш еҫтәрен һибеп
Сәскә атты майҙа сирендәр.
"Һине генә һөйәм, бәғрем"- тиеп
Бышылданы һинең ирендәр.

Иҫеңдәме иркәм, айлы кистә
Бүләк иттең сирень бәйләмен.
"Һин минеке, мин һинеке"- тиеп
Яҙмыштарҙы бергә бәйләнең.

Сәскәләрҙең биш тажлыһын эҙләп
Теләнек беҙ матур теләктәр.
Мәңгелеккә бергә булырбыҙ тип
Берҙәй булып типте йөрәктәр.

Сирень сәскәләре еҫтәренән
Мин хәмерһеҙ бөгөн иҫерәм.
Йәшлегемдең татлы миҙгелдәрен
Тағын һине иҫкә төшөрәм.

Ғүмер көҙҙәренә етелһә лә
Күңел көтә йылы яҙҙарҙы.
Алыҫтарҙа ҡалған йәшлегемдең
Һағынамын һаман наҙҙарын.

 

Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы

Автор:Баймырҙина Римма
Читайте нас