Мәҙәниәт
16 Май 2024, 06:00

Милли асылыбыҙҙы уйлау – киләсәкте хәстәрләү

Хәҙерге коммуникациялар заманында селтәр, ҡашмау кейгән ҡатын-ҡыҙҙы күреү үҙе бер мөғжизә. Рус яҙыусыһы Николай Крашенинников үҙенең бер хикәйәһендә ошо милли кейемдәге башҡорт ҡатындарына һоҡланып, уларҙың мөләйемлелеген, иплелеген матур итеп тасуирлай. Батырыбыҙ Салауат Юлаев та үҙенең хис-тойғоһон шиғырҙарға уңышлы һалған.

Милли асылыбыҙҙы уйлау – киләсәкте хәстәрләүМилли асылыбыҙҙы уйлау – киләсәкте хәстәрләү
Милли асылыбыҙҙы уйлау – киләсәкте хәстәрләү

Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып,
Ҡайтып киләм, тауҙар артылып.
Эй, һағындым, йәнем, ер еләгем,
Күҙ алдымдан китмәй балҡыуың.

Тояһығыҙмы? Ер еләгем... Ысынлап та ҡыҙыл коралдан эшләнгән селтәр, ҡашмауҙарға кейенгән ҡатындар еләкте хәтерләтә. Татлы, танһыҡ емеш.

Мәҡәләмдең героиняһы – Гөлгенә Мәмбәтова. Интернеттағы исеме – Аиша. Нәзәкәтле, зауыҡлы кейенгән ҡатынды һәр саҡ күрә йөрөнөм, тик нишләптер уны үҙебеҙҙең яҡташтыр, тип уйлай торғайным.

- Мин үҙем сығышым буйынса Хәйбулла районанан, - ти Аиша. – Дингә Сибайҙа педагогия колледждында беренсе курста уҡығанда килдем.

Әйтергә кәрәк, Аиша райондағы «Ете ҡыҙ» милли биҙәүестәр төркөмөн етәкләй. Йәшләй тормош иптәшен юғалтһа ла, ул бирешмәй, бынамын тигән өс бала үҫтерә. Гөлсәсәк, Исламиә һәм Динислам тигән исемле балалар әсәләрен ҡыуандырып, иҫән-һау үҫеп килә. Аиша интернетта Muslim school мәктәбендә Ҡөрьән дәрестәрен алып бара. Үҙенең «Әлиф» тип исемләнгән онлайн-мәктәбен дә булдырған. Киләсәктә лә ислам ғилеме буйынса белемен камиллаштырырға теләй. Йәш ҡатын халыҡ-ара «Тамға» һәм «Таҡыя» конкурстарында ҡатнашып тора. Ҡул эштәре бәйгеләрендә Гран-приҙар, призлы урындар яулай.

- Музейҙарҙа һаҡланған өлгөләр буйынса эшләргә тырышабыҙ. Баш кейеменән алып аяҡ кейеменә тиклем әҙерләйбеҙ, - ти Аиша-Гөлгенә. – Беҙ, күбеһенсә, көньяҡ райондарының милли кейемдәрен өйрәнәбеҙ. Ишембайҙа элек-электән сигелгән иҫ киткес алъяпҡыстар әҙерләгәндәр. Беҙ шул тегеү, сигеү алымын өйрәнеп, эште дауам итергә уйлайбыҙ. Ләкин мотлаҡ Ишембай районына хас түш биҙәүестәрен, үҙенсәлекле кейемдәрҙе тергеҙәсәкбеҙ. Был өлгөләрҙе республикала ғына түгел, бөтә ил кимәлендә белһендәр ине тигән теләктәбеҙ.

«Ете ҡыҙ» биҙәүестәр төркөмө милли кейемдәрҙе Руденко, Шитова, Камалиева китаптарынан да тегергә өйрәнә. Төрлө гранттарҙа үҙҙәрен һынап ҡарау иҫәптәре.
Аиша-Гөлгенәгә, әлегә тормошта ни менән мәшғүлһең, тинем.

- Ғәрәп телен ныҡ яратам, уҡыйым һәм яҙышам, - тине ул. – Ә беҙҙең төркөмдөң маҡсаты – милли кейемдәрҙе пропогандалау. Дин тотҡан осраҡта ла милли кейемдәрҙе файҙаланырға мөмкин. Үҙебеҙсә кейенеп йөрөһәк, ниндәй һоҡланғыс.

Аишаға ошондай һәләт, моғайын. уның өләсәһе Мәғрүфкамалдан бирелгәндер. Ғәрәпсә яҙыу, уҡыу теләге лә тап унан килә. Әсәһе Дамира Хәмитйән ҡыҙы ла һөнәри тегенсе.

- Әсәйем һөйләүенсә, ҡарт өләсәйем бик зауыҡлы ҡатын булған. Үҙ-үҙенә күлдәк теккән, шуға яулығын да, муйнсағын да яраштырған. Күлдәген ҡояш нуры ашамаһын тип күләгәле урында ғына киптергән. Бөтә ҡыҙҙарын да ошо шөғөлгә өйрәткән.

 

Фото ғаилә архивынан.

Милли асылыбыҙҙы уйлау – киләсәкте хәстәрләү
Милли асылыбыҙҙы уйлау – киләсәкте хәстәрләү
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас