Мәҙәниәт
16 Май 2024, 10:00

Был ғүмерҙәр аҡҡан һыу икән...

.

Был ғүмерҙәр аҡҡан һыу икән...Был ғүмерҙәр аҡҡан һыу икән...
Был ғүмерҙәр аҡҡан һыу икән...

Күңелемә шатлыҡ тулды тағы,
Әйтерһең дә, йәшлек - яҙ еткән.
Һәр яҙ һайын ҡоштай талпынһам да,
Был ғүмерҙәр - аҡҡан һыу икән...

Йылғаларҙың шашып тулауынан
Йөрәккәйем, гүйә, аҡ елкән.
Ашҡынһам да тормош диңгеҙенә,
Был ғүмерҙәр - аҡҡан һыу икән...

Күпме йылдар инде үрләһәм дә,
Менәһе лә тауҙар, һай, өлкән.
Ымһындыра һаман яңы үрҙәр,
Тик ғүмерҙәр - аҡҡан һыу икән....


Гөлнора Йәмилева фотоһы.

Автор:Сәкинә Тотманова
Читайте нас