Мәҙәниәт
15 Май 2024, 10:00

Насар кәйеф менән боҙмайыҡсы...

.

Насар кәйеф менән боҙмайыҡсы...Насар кәйеф менән боҙмайыҡсы...
Насар кәйеф менән боҙмайыҡсы...

Насар кәйеф менән боҙмайыҡсы
Гүзәллеген килер көндәрҙең.
Осҡон ҡараш, шат йылмайыу гелән
Йөҙөбөҙҙө беҙҙең биҙәһен.
Ҡара ерҙе гөл-сәскәләр ҡаплай,
Ямғырҙан һуң ҡояш йылмая.
Бирешмәйек тормош һынауына
Өс көнлөктәй генә донъяла.

 

Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова.
Читайте нас