Күп һөйләйҙәр тормош тураһында.
Әйтәһеләре әле алдалыр...
Тормош - йомаҡ. Уны сисәм тигән
Мең ҡат янып, мең ҡат алданыр.
Теләй икән - һауаларға сөйә,
Йә ҡайғынан күмә тереләй.
Бәхет өләшкәндә, киҫәктәрҙе
Үлсәп - нитеп тормай телгеләй.
Мәғәнәһеҙ, тимә ғүмерҙәрҙе,
Яҙмыштарҙың яҙһа ҡатыhы.
Мәғәнәһеҙ заман диуарында
Мәғәнәле йөҙөң балҡыһын!
Гөлнора Йәмилева фотоһы.