Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Апрель , 13:00

Ауыл хәбәрҙәре

Әхмәр ауылында халҡыбыҙҙың матур байрамы менән балаларҙы таныштырыу, йоланы киләсәк быуындарға еткереү, ямғыр һорап доғалар ҡылыу маҡсатында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторолдо.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Байрамда ҡатнашыусылар уйындар уйнап, йырлап-бейеп, төрлө изге теләктәр теләп күңел асты.

Сара һуңында ҡоштар һыйлау йолаһы үткәрелде. Йыйылыусылар: “Ала ҡарға ашаһын, ала ҡарға ашамаһа, ҡара ҡарға ашаһын”, тип һамаҡлап, ҡалған бутҡаны ағас төптәренә һалып сыҡты. Муллыҡ һәм именлек, һорап изге теләктәр әйтте.

“Ҡарға бутҡаһы” байрамына килеүселәр яҡты өмөттәр менән таралышты.

Һәр кемдең матур теләге ҡабул булһын, сәскән игендәр мул уңыш бирһен, донъялар тынысланһын!

 

Фото: https://vk.com/id418416936

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Әхмәр ауылы китапханаһы.
Читайте нас: