Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Апрель , 21:00

Рәхмәт, мине иҫкә алғандарға...

.

Рәхмәт, мине иҫкә алғандарға,
Онотҡандар - рәхмәт һеҙгә лә!
Дөрөҫлөктө бәреп әйткәндәргә,
Төтөн ебәргәнгә күҙгә лә!

Рәхмәт һеҙгә, ҡыйын саҡтарымда
Ярҙам ҡулын килеп һуҙғандар!
Үҙен-үҙе әллә кемгә ҡуйып,
Танау сөйөп, яндан уҙғандар!

Рәхмәт һеҙгә, яндарыма килеп,
Яҡын итеп миңә өндәшкәндәр!
Ваҡытында күҙҙәремде асып,
Серҙәремде елгә сәскәндәр...

Рәхмәт тимәй, тағын нәмә тим?!
Һаҡлай белмәйем асыу эсемдә.
Мин бит ҡара эсле кешеләрҙән
Бер баш өҫтөн шуның өсөн дә!

Автор:Гөлсәсәк Сәҙретдинова
Читайте нас: