Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Апрель , 18:00

Йәшлектәге һөйөү хисен һүндермәгеҙ

Тормошта мин ихлас, алсаҡмын. Кешеләргә артығы менән асылам да, аҙаҡ үкенеп тә ҡуям.  Бер ҡатлылығым арҡаһында ҡайһы саҡ үҙемә зыян  итәм. Эргәмә дуҫтарҙы ла ихлас, эскерһеҙҙәрен һайлайым. Әгәр мине рәнйетһәләр, яйлап ҡына араларҙы өҙәм. Ғәҙелһеҙлекте кисерә алмайым, дөрөҫлөктө яратам, ярамһаҡлана белмәйем. Шуға ла минең дуҫтарым аҙ. Ләкин улар ышаныслы тип уйлайым, ти шиғырҙар ижад итеүсе ханым.

Йәшлектәге һөйөү хисен һүндермәгеҙ
Йәшлектәге һөйөү хисен һүндермәгеҙ

Ишембайҙан үҙешмәкәр шағирә, йыр ижад итеүсе Рузалия Ниғмәтуллинаны яҡташтары – ишембайҙар яҡшы белә. Республика гәзит-журналдарында ла шиғырҙары баҫылып тора, төрлө конкурстарҙа йырҙары менән дә сығыш яһай, район сәхнәһенән дә төшмәй. Уны бөгөнгө әңгәмәгә саҡырып, тормош, ижад юлы тураһында һөйләштек, донъяға ҡарашы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

-Рузалия Ғарифулла ҡыҙы, үҙегеҙ ҡайһы яҡтың һыуын эсеп үҫтегеҙ? Бала саҡта холоҡ-фиғелегеҙ ниндәй ине?

-Мин Ишембай районының Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы, күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Бәләкәй саҡта үҙ һүҙле, уҫал булдым, хатта  апайҙарыма бирешмәй ҡырталаша торғайным. Ҙурая төшкәс,  иген елгәрергә колхозға ярҙамға барғанда ла ҡыҙ-малайҙарҙы ойоштороп, иң алдан йөрөнөм. Ни өсөндөр малайҙарға ҡарата ҡырыҫ инем, шуға ла тормош иптәшем менән танышҡанға ҡәҙәр бер егетем дә булманы. Бына шулай бик сая, үткер ҡыҙ булып үҫтем.

Йыр-моңға һөйөү бәләкәй саҡтан күңелгә һеңгәндер. Үҙемә бәйле бер ҡыҙыҡлы ваҡиға ла хәтерҙә. Элек күп өйҙәрҙә һике була торғайны. Шунда шаршау ҡоралар ине. Беҙ һикене сәхнә итеп уйнай торғайныҡ. Шаршауҙың тышҡы яғына беребеҙ сығып, кем йырлағанын сығып әйтә, икенсебеҙ “микрофон” тотоп килеп сыға.

-Тәүге шиғырҙарығыҙ, йырҙарығыҙ ҡасан яҙылды?

-Беренсе шиғырымды 1987 йылда яҙҙым. Ул яңы донъяға килгән  улыма арналды. Яйлап шиғырҙарым менән район конкурстарында ла ҡатнаша башланым, улар матбуғат баҫмаларында ла донъя күрҙеләр. Был миңә дәртләнеп ижад итергә этәргес бирҙе. Йыр яҙа башлауымдың да үҙ тарихы бар. Тормошҡа Ишәй ауылына сыҡһам да, йырларға яратҡас,  ауылдаштарым һәр ваҡыт концерттарға саҡыра торғайны. Шулай бер саҡ Ҡанаҡайымдан ҡайттым да “Бүленгән икмәк” тигән шиғыр яҙҙым, артынса көйө лә тыуҙы. Ул йырҙы илай-илай көйләгәнем әле лә хәтерҙә. Ауылымдан бүленеп сығып киткән һымаҡ тойғанға ла тыуғайны ул шиғыр.  Үҙем һүҙен дә, көйөн дә ижад иткән йырҙарымдың һаны хәҙер 15-кә етә. Башҡа авторҙарҙың шиғырҙарына ла көйҙәр яҙам. Шиғыр ҙа, йыр ҙа күңел тетрәнгән ваҡытта тыуа, ҡыуаныслы ваҡиға кисергәндә йәки һағышланғанда. Илһамды күберәк тәбиғәттән алам тиһәм хата булмаҫ. Хәләл ефетем, балаларым менән ҡышын да, йәйен дә тәбиғәткә сығып ял итергә яратабыҙ. Шау-шыулы тормоштан һуң  тәбиғәткә сыҡһаң, бөтөнләй икенсе донъя. Ҡоштар һайрауының, япраҡтар ҡыштырлауының, сылтырап аҡҡан шишмә тауышының  үҙ йәме бар. Күңелгә шул тиклем ҙур рәхәтлек, тыныслыҡ, илһам  бирә тәбиғәт. Шуға ла шиғырҙарымда күпселек тыуған яҡ тәбиғәте ҙур урынды биләй. Шулай уҡ Башҡортостаныма арналғандары ла байтаҡ, ижадымда мөхәббәт темаһы ла ҙур урынды биләй. Конкурстарҙа ла ҡатнашам. Онлайн конкурстарҙа ла, тере тауышҡа йырлағандарында ла. Күптән түгел Этҡол ауылында үткәрелгән Мәүлетбай Ғәйнетдинов иҫтәлегенә арналған йыр бәйгеһендә өсөнсө урын яуланым.

-Ижадҡа тартылыу ҡайҙан килә? Нәҫелегеҙҙә бармы йыр-моң яратыусылар, шиғыр һөйөүселәр?

–Ижад итеүем ҡандан киләлер тип уйлайым. Сөнки атайым таҡмаҡ әйтеүгә оҫта булды, шиғри тел менән һөйләне. Үҙе алсаҡ, йомарт була торғайны. Урам буйлап китеп барһа, бала-саға тиҙ генә һырып алыр ине үҙен. Сөнки ул балаларға төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләй ине.  

Ғөмүмән, элек йыр-моң ауылдарҙа гөрләп торҙо.  Үрге урам егет һәм ҡыҙҙары беҙҙең ҡапҡа төбөнә йыйылып гармун уйнап, йырлашып  күңел аса инек. Ҡыҙҙар менән йырлашып ауыл урамдарынан үткән мәлдәр ҙә матур иҫтәлек булып хәтерҙә ҡалған. Шаулайһығыҙ тип әрләүсе лә, асыуланыусы ла булманы.

-Сәхнәлә йыш күренәһегеҙ, һөнәрегеҙ буйынса үҙегеҙ кем булып эшләнегеҙ?

-Элек һөнәри йүнәлеш биреү бик булмағандыр ҙа. Апай-ағайҙарым матур ғына уҡыһалар ҙа, ташсы, маляр кеүек ябай һөнәрҙәр алып сыҡтылар, матур итеп хеҙмәт иттеләр. Ләкин уларҙа ла сәнғәткә һөйөү бар тип әйтә алам. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында йәшәгән Ишҡәле ағайым шиғырҙар ижад итә. “Ағиҙел” мәҙәниәт һарайына йөрөй, сәхнәлә йырлай. Үҙемә килгәндә, тормошҡа иртә сыҡҡас, уҡый алманым. Эштең төрлөһөн башҡарҙым: һауынсы ла булдым, сөгөлдөр ҙә утаным. Аҙаҡ Ишәй ауылында “Йәйғор” балалар баҡсаһында 17 йыл тәрбиәсе ярҙамсыһы булып хеҙмәт иттем. Әгәр донъяға ҡабат тыуыу мөмкинлеге булһа, музыкаль белем алыр инем.

-Бәхетте ниҙә күрәһегеҙ? Йәшәүгә көстө ҡайҙан алаһығыҙ?

–Бәхет – ул ғаилә бөтөнлөгө, бер-береңде аңлап, уртаҡ тел табып, кәңәшләшеп йәшәү. Өйләнешкән ваҡыттағы саф мөхәббәт тойғоларын һүндермәйенсә ғүмер буйы йәшәү – ошо бәхет. Мөхәббәт ул - тулы туҫтаҡ. Әгәр туҫтаҡ сатнап китһә, әкрен генә ундағы һөйөү хистәре лә ағып бөтә. Йәштәргә теләгем – бер-береһенә ышаныстарын аҡлаһындар,  тоғро булһындар,  мөхәббәт туҫтағын  сатнатмаһындар. Шул ваҡытта ғына бәхет һеҙҙе үҙе эҙләп табыр.

Йәшәүгә көстө лә мин ғаиләмдән, балаларымдан һәм ижадымдан алам. Шиғыр йәки йыр яҙһам, үҙем шуға балалар һымаҡ шатланам.

-Тормошта һеҙ ниндәй кеше ?

-Тормошта мин ихлас, алсаҡмын. Кешеләргә артығы менән асылам да, аҙаҡ үкенеп тә ҡуям.  Бер ҡатлылығым арҡаһында ҡайһы саҡ үҙемә зыян  итәм. Эргәмә дуҫтарҙы ла ихлас, эскерһеҙҙәрен һайлайым. Әгәр мине рәнйетһәләр, яйлап ҡына араларҙы өҙәм. Ғәҙелһеҙлекте кисерә алмайым, дөрөҫлөктө яратам, ярамһаҡлана белмәйем. Шуға ла минең дуҫтарым аҙ. Ләкин улар ышаныслы тип уйлайым.  

– Ижадтан башҡа ниндәй яратҡан шөғөлдәрегеҙ бар?

-Мин ашарға бешерергә, яҡындарымды тәмлекәстәр менән һыйларға яратам. Уларҙың маҡтап тәмле итеп ашауҙарынан күңелемә ҡәнәғәтлек алам. Шулай уҡ сәскәләр үҫтерергә яратам. Тәбиғәттең матур күренештәрен фотоға төшөрөү ҙә яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Үҙемә лә фотоға төшөү бик оҡшай.

Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләһәгеҙ ине?

-Тормош иптәшем менән ике ҡыҙ, бер ул үҫтерҙек. Улар хәҙер үҙҙәре  ғаилә ҡороп үҙ аллы ғүмер итә. Әле һигеҙ ейән-ейәнсәребеҙ бар. Ике ҡыҙыбыҙ ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәй, улыбыҙ ауылда өй һалып төпләнде. Улымдың ғаиләһендә –дүрт, ҡыҙҙарымда икешәр бала үҫә.

Ижадымда ла ғаиләмдең терәген тойоп йәшәйем. “Ғаиләм – минең ҡәлғәм”, тип ныҡлы әйтә алам. Тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә диндә.

 Киләсәккә ниәттәрегеҙ ниндәй?

- Үҙнәшер юлы менән шиғырҙарымды сығарыу теләгем бар. Шулай уҡ яңы йырҙар ижад итәһем килә. Иң мөһиме – күңелдә йәшәү дәрте, илһам һүрелмәһен, донъялар имен булһын.

 

Фото: Рузалия Ниғмәтуллина архивынан.

Резеда Шәнгәрәева

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: