Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Апрель , 17:45

Бәйге тотто йәш сәсәндәр

Ҡалабыҙҙың Мәҙәниәт йортонда "Урал батыр вариҫтары" әҙәби-ижади конкурсы үтте. Мәҙәни сара Рәсәй Федерацияһында Ғаилә йылын һәм "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының теле тураһында" законды ғәмәлләштереүгә ярашлы ойошторолдо.

Бәйге тотто йәш сәсәндәр
Бәйге тотто йәш сәсәндәр

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 50-нән ашыу ғариза бирелгән.

"Урал батыр вариҫтары" әҙәби-ижади конкурсы туған телде һаҡлау, сәсәнлек йолаларын дауам итеү менән бергә иң оҫта башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатын да ҡуя.

- Маҡар мәктәбенән барлығы 10 бала ҡатнашты. Балалар ҙур теләк менән сығыш яһаны. Костюмдарҙы ла, алымдарҙы ла уйлап таптыҡ. Мәҫәлән, Рамазан Мәһәҙиев сәхнәгә тәүтормош кешеһе образында сыҡты. Уның кейеме төлкө тиреһенән тегелгән. Ә Искәндәр Һиҙиәтов думбыра, ҡурай, ҡубыҙ көйҙәрен файҙаланды, - тип ихлас уртаҡлашты башҡорт теле уҡытыусыһы Рәшиҙә Мөхйәнова. – Бәйгелә ҡатнашыуҙа ата-әсәләрҙең дә роле ҙур. Һәр береһе өйҙә балалары менән ныҡлы шөғөлләнә, уларҙы конкурсҡа әҙерләй, костюмдар һатып алып бирә.

 

Автор фотоһы.

Бәйге тотто йәш сәсәндәр
Бәйге тотто йәш сәсәндәр
Бәйге тотто йәш сәсәндәр
Бәйге тотто йәш сәсәндәр
Бәйге тотто йәш сәсәндәр
Бәйге тотто йәш сәсәндәр
Бәйге тотто йәш сәсәндәр
Бәйге тотто йәш сәсәндәр
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: