Мәҙәниәт
28 Март 2024, 10:00

Үҙ-үҙемә әйтәм донъя менән...

.

Үҙ-үҙемә әйтәм донъя менән
Яңғыҙ ҡалғанымда таң - кистә:
Бәхетлемен, тиеп кәперенмә ,
Бәхетһеҙмен, тиеп ваз кисмә.

Йылдар үткәс, бәхетһеҙмен тигән
Саҡтарҙың да ҡәҙере беленер,
Күккә сөйгән бәхетең дә, бәлки,
Бәхетһеҙлек булып күренер.


Автор:Рауил Бикбаев
Читайте нас